"Титаник" яҙмышы ҡабатланды...17.01.2012
Ял көндәрендә Италияла булған фажиғәле хәл барлыҡ донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды: 13 ғинуарҙа, Мәскәү ваҡыты менән киске 11-ҙә Джильо утрауы эргәһендә һәләкәткә осраған Costa Concordia лайнерының батыуын бәғзеләр хатта "икенсе "Титаник" тип атаны.
Ысынлап та, караптарҙың мөһабәтлеге һәм ҡеүәте йәһәтенән уртаҡлығы бар, улар хаҡында "бер ваҡытта ла батмаясаҡ" тигән инаныу йәшәүе лә билдәле. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары... Шулай ҙа Costa Concordiaның пассажирҙары бәхетлерәк – уларҙың күбеһе иҫән-һау, әле Италия ҡунаҡханаларына урынлаштырылған, тиҙҙән тыуған яҡтарына ҡайтасаҡтар. Әйткәндәй, карапта Италия, Франция, Филиппин, Германия, Перу, Рәсәй һәм башҡа ил граждандары булыуы билдәле. Экскурсия лайнерында 1500 каюта, дүрт бассейн, биш ресторан, 13 бар һәм башҡа бихисап күңел асыу урыны булған, караптың һуңғы сәйәхәтенә 4,2 мең пассажир юлланған. Хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә һөҙөмтәһендә һигеҙ кеше һәләк булған, 70-тән ашыуы төрлө тән йәрәхәте алған, тиҫтәләгәне хәбәрһеҙ юғалған. Борттағы 111 Рәсәй гражданының барыһы ла имен-аман икәнлеге мәғлүм, шул иҫәптән ут күршеләребеҙ – Татарстан Республикаһында юғары вазифа биләгән, ҡатыны менән Costa Concordiaла 60 йәшлек юбилейын билдәләргә ниәтләгән уҙаман һәм тағы ике ғаилә булған. Яҡташтарыбыҙға килгәндә, карапта Башҡортостан кешеләре юҡ.
Һәләкәт сәбәптәрен асыҡлау буйынса ла тәүге һөҙөмтәләр бар. Тәфтишселәр белдереүенсә, лайнер ярға ныҡ яҡынлашҡан һәм һыу аҫтындағы ҡаяға төртөлгән. Барлыҡҡа килгән 70 метр самаһындағы тишек аша карапҡа һыу тулған һәм ул бер яҡ ҡабырғаһына ауған. Белгестәр фажиғәлә лайнер капитаны Франческо Скеттино ғәйепле тип иҫәпләй, йәғни ул "хаталы ҡарар ҡабул иткән һәм пассажирҙарҙы эвакуациялағанда ҡағиҙәләрҙе тулыһынса үтәмәгән".
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад