Бер фәлсәфәсенең: "Ҡартлыҡ йәшлектә һалынған нигеҙ арҡаһында ныҡлы", — тигән һүҙҙәре күңелдә уйылып ҡалған. Әйтерһең дә, һабаҡташым Тәлғәт Хәбиәхмәт улы Ғәлиәхмәтов тураһында әйтелгән ул.
Бер класта утыҙ дүрт бала уҡыныҡ. Бик ауыр йылдарға тура килде йәшлегебеҙ. Ашарға икмәк, яндырырға кәрәсин, шырпы, кейергә кейем юҡ. Йыш ҡына ҡар өҫтөнән ялан аяҡ йүгерергә тура килде. Һәр беребеҙ илгә файҙалы кешеләр булырға тырышып, уҡып, ғүмер үрҙәренә күтәрелдек. Әлбәй ауылында йәшәүсе Тәлғәт ҡорҙашым — тап шундайҙарҙың береһе.
Ул Дәүләкәндә механизатор һөнәрен үҙләштерҙе, флотта өс йыл хеҙмәт итте. Иҫке Яппар ауылы ҡыҙы Рәйфә менән күркәм ғаилә ҡорҙо. Биш бала тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, үҙаллы тормош юлына баҫтырҙылар. Уларҙың һәр береһе тураһында мауыҡтырғыс китап яҙырлыҡ. Кейәүҙәре лә уңған, һоҡланғыс кеше булып сыҡты.
Ҡорҙашым үткән быуаттың 60-сы йылдарында өс айға Ҡаҙағстанға ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү өсөн ебәрелгәйне. Бында ла ул һынатмаған, ҡаҙаҡтарҙың ихтирамын һәм хөрмәтен яулаған. Оҙаҡ йылдар Чапаев исемендәге хужалыҡта механизатор булып эшләп, Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнде. Йәш быуынға өлгө булырлыҡ ул Тәлғәт Хәбиәхмәт улы.