Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ал-ял белмәй эшләгән, фронттағыларға ярҙам итергә, ғаиләһен туйындырырға тырышҡан ауыл ҡатындарының һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Хәтеремдә, тап ошо мәлдә, яҙ башланғанда, беҙҙең әсәйҙәр 15 саҡрым алыҫлыҡтағы күрше колхоз баҫыуҙарынан көҙҙән ятып ҡалып серегән бәрәңгене көйәнтәләп алып ҡайта торғайны. Яҡын ерме һуң: ҡайтып еткәнсе сабаталары өҙөлөп бөтә ине...
Әсәйҙәрҙең ихлас теләгенәндер, серек бәрәңге ашап үҫһәк тә, ныҡ булдыҡ, ауырыуҙарға бирешмәнек. Әммә үҙ көсөңә генә ышанып йәшәү бөгөн ҡамасаулап та ҡуя: закон буйынса тейешле ярҙамды ла юлламайбыҙ... Башҡорт халҡы ғорур, намыҫлы шул — һоранып йөрөргә яратмай. Ошо асылыбыҙ быуындан быуынға тапшырыла килә.