Метеохеҙмәт юбилейын билдәләй17.01.2012
140 йыл элек илебеҙҙә һауа торошо хаҡында мәғлүмәт әҙерләүсе хеҙмәт барлыҡҡа килгән.
Был хаҡта Ҡырым һуғышынан һуң ныҡлап уйлана башлағандар, сөнки 1854 йылда көслө дауыл ҡубып, Севастополь эргәһендәге инглиз-француз флотын тулыһынса тиерлек һыуға батырған. Генералдар уйға ҡалған: бындай мәхшәрҙе алдан күҙаллап булмаймы икән? Шуға күрә һауа торошо хаҡындағы мәғлүмәттәр фәҡәт Балтика һәм Ҡара диңгеҙ флоттары өсөн әҙерләнә.
Ул ваҡытта белгестәр флюгер, барометр, градусник кеүек иң ябай ҡорамалдар менән ҡулланһа, әлеге ваҡытта атмосфера үҙгәрештәрен Ерҙә урынлашҡан ҡеүәтле станциялар ғына түгел (Рәсәйҙә уларҙың һаны – 1,5 меңдән ашыу), ә Йыһандағы юлдаштар ҙа күҙәтә. Башҡортостанда иһә тәүге метеомәғлүмәттәр ХIX быуаттың 30-сы йылдарында теркәлгән, 1880 йылда Ағиҙел буйында тәүге даими пост булдырылған.


Вернуться назад