"Ҡояшлы" күңелгә ҡояш ҡундырҙы08.04.2014
"Ҡояшлы" күңелгә ҡояш ҡундырҙы
— Улдарым Рузил менән Вилдан, кейемен кистән үк әҙерләп, ҡасан "садик"ка барабыҙ, тип аптыратып бөтә. Аллаға шөкөр, улар өсөн ҡайғыраһы түгел: балалар баҡсаһы йылы, барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, уйынсыҡ күп, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ике бала әсәһе Нәсимә Шәмсетдинова.

Һуңғы ваҡытта Әбйәлил районында тыуым күрһәткесенең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе күҙәтелә: йыл һайын меңгә яҡын сабый донъяға килә. Ләкин уларҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыу күптәр өсөн ҡатмарлы мәсьәлә булып ҡала. Унан сығыу юлын район хакимиәте төрлөсә табырға тырыша. Әйтәйек, һуңғы ике айҙа ғына төбәктә тиҫтәгә яҡын мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы сафҡа инде. Шуларҙың береһе — Таштимер ауыл биләмәһенә ҡараған Әбйәлил ауылында. Исеме үк әллә ҡайҙан саҡырып торған "Ҡояшлы" балалар баҡсаһы 75 урынға иҫәпләнгән.
— Өс төркөм эшләй, кадрҙар мәсьәләһе тулыһынса хәл ителде, — ти мөдир Зөлфирә Мөхәмәтйәнова. — Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, Таштимер, Йәлембәт ауылдары балаларын ҡабул итәбеҙ. Йәш ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөнөслө. Балалар баҡсаһында сабыйҙың һәләтен үҫтереү өсөн бөтә шарттар бар.
Әле коллективта ун кеше эшләй. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовтың әйтеүенсә, тыуым тағы ла артҡан хәлдә, балалар баҡсаһы киңәйтеләсәк.



Румил АҘНАБАЕВ, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:
— Районда балалар баҡсаһы асыла икән, ауыл да, мәктәп тә һаҡланып ҡала тигән һүҙ. Сабыйҙар күберәк тыуһын, ошондай ҡыуаныслы ваҡиғалар йышыраҡ булһын!

Гөлнара ШАҺЫБАЛОВА, йәш әсә:
— Йәлембәт ауылында йәшәгәнлектән, дүрт йәшлек улыбыҙ Сыңғыҙҙы атаһы көн һайын машина менән алып йөрөй. Балалар баҡсаһы асылғанына шул тиклем шатбыҙ, рәхмәт барыһына ла!


Вернуться назад