Шәхестәр онотолмай08.04.2014
(Ринат Камал, “Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым...”, 2014 йыл, 31 ғинуар)

“Башҡортостан” гәзитенән беҙгә тикшереү өсөн ебәрелгән ошо яҙманы ҡарағандан һуң, Өфө ҡала хакимиәте түбәндәгеләрҙе хәбәр итә.
2003 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се Федераль законға ярашлы, урамдарға атама биреү ҡала округының урындағы әһәмиәтле мәсьәләләре иҫәбенә инә һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан рәсмиләштерелә.

Әле баш ҡала биләмәһендә атамаһыҙ урамдар юҡ. Уларҙың исемдәрен үҙгәртеү еңелдән түгел. Өҫтәүенә урындағы халыҡтан да тәнҡит һүҙҙәре күп килә. Шәхси документтарҙы ҡайтанан алыуға бәйле ҡыйынлыҡ тыуа. Ойошмаларға устав, теркәү документтарын, банк һәм һалым реквизиттарын, алтаҡталарҙы, бланк, мисәттәрҙе алмаштырырға тура килә. Документтарҙы һәм белешмәләрҙе граждандар үҙ аҡсаһына алырға тейеш. Ҡала власы урам атамаларын алмаштырыу, башҡа эштәрҙе башҡарыу йәһәтенән байтаҡ аҡса тотона. Ошондай хәл-шарттарҙы иҫәпкә алып, баш ҡала Советы Өфөләге урам исемдәрен алмаштырыу практикаһын туҡтатырға ҡарар итте. Өҫтәүенә был республика, ил тарихын һаҡлау йәһәтенән дә отошло буласаҡ.
Ҡала округы Советы ҡарарына ярашлы, яңы барлыҡҡа килгән урамдарға РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Баныу Вәлиеваның, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссеры Фәтих Иҡсановтың, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтғәле Исҡужиндың, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Муса Вәлитовтың, Өфө ҡалаһының беренсе хакимиәт башлығы, Дәүләт Йыйылышының беренсе Рәйесе Михаил Зайцевтың, полиция генерал-лейтенанты Валерий Кокиндың, ХIХ быуат мәғрифәтсеһе Ғабдулла Сәидиҙең исемдәре бирелде.
Һәйкәл ҡуйыуға килгәндә, Башҡортостан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәттәре булған шәхестәрҙең иҫтәлеген, тарихи ваҡиғаларҙы мәңгеләштереү буйынса документтар ҡануниәткә ярашлы рәсмиләштерелә. Ҡала хакимиәте был йүнәлештә оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләй. Мемориаль таҡтаташ, бюст, һәйкәл ҡуйыу, сквер, аллея асыу мәсьәләләре хәл ителә. 2008 йылдан алып Советтар Союзы Геройы генерал Таһир Кусимовҡа, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға, мәшһүр композитор Заһир Исмәғилевкә, ғалим-этнограф Раил Кузеевҡа һәйкәл ҡуйылды. Былтыр Республика көнө алдынан ғына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Әле баш ҡаланың Пушкин урамында Әхмәт Лотфуллиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса документ әҙерләнә. Был йүнәлештәге эш артабан да дауам итәсәк.
Асҡар ФАЗЛЫЕВ,
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика
идаралығы начальнигы.


Вернуться назад