"Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына индерелгән үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында тикшерелде.
Комитет рәйесе урынбаҫары Альбина Буранғолова әйтеүенсә, әле урта һөнәри белем алған етем балалар каникул осоронда иғтибарҙан ситтә ҡала. Законға тәҡдим ителгән үҙгәрештәр уларға тәрбиә учреждениеларына ял осоронда кире ҡайтыу, дәүләт тәьминәтенән файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк. Кейем-һалым һатып алыуға ла аҡса бүлеү ҡарала.
Бынан тыш, яңылыҡтар ошо категорияға ингән кешеләрҙең медицина хеҙмәттәренә, һауыҡтырыу сараларына хоҡуғының өҫтәмә гарантияларын билдәләй. Юғары йәки урта һөнәри белем алған етемдәр тулыһынса дәүләт ярҙамынан файҙаланасаҡ. Был хоҡуҡ уларға 23 йәш тулғанға тиклем һаҡлана. Әле Башҡортостанда етем балаларҙың 1 208-е — юғары, 1 619-ы — башланғыс һөнәри, 1 235-е урта һөнәри белем ала.