Һыуҙың температураһы күтәрелеү арҡаһында балыҡ яҡшы ҡапҡанлыҡтан, ошо мәлдә йылға-күл буйҙары балыҡсылар менән тулы. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңышҡа ҡыҙығыпмы, күптәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онота. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтендәге мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире Гөлнур Ҡотлошина етәкселегендә Ағиҙел йылғаһы буйында профилактика рейды ойошторолдо. Сарала хакимиәттең граждандарҙы һаҡлау буйынса идаралығы етәксеһе Александр Григорьев, Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәте вәкилдәре, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре ҡатнашты.
Беҙ барғанда 50-гә яҡын һәүәҫкәр ихлас балыҡ ҡармаҡлай ине. Күбеһенә уңыш та йылмайған: бишәр-алтышарҙы эләктереп өлгөргәндәр. Әле йылға ҡултығында боҙ ҡалын ғына, шуға күрә лә балыҡсылар ҡурҡмай, тыныс ҡына үҙ эше менән мәшғүл.
Ҡотҡарыу хеҙмәте егеттәре һөйләүенсә, былтыр Ҡариҙел йылғаһы буйында боҙ уйылып, бер балыҡсы һыуға төшөп киткән. Уның ғүмере ваҡытында күрһәтелгән ярҙам арҡаһында ғына һаҡлап алып ҡалынған. Республикала ошондай хәлдәр йыш теркәлә, боҙ аҫтына китеп һәләк булғандар байтаҡ. Баш ҡаланың Киров районы биләмәһендә зыян күргәндәр ҙә бар. Ошоно күҙ уңында тотоп, әлеге рейдта һәр балыҡсыға боҙҙа үҙеңде тотоу, беренсе ярҙам күрһәтеү тәртибе аңлатылған һәм башҡа төрлө кәңәштәр яҙылған буклеттар таратылды. Шулай уҡ һәүәҫкәрҙәр менән әңгәмә ойошторолдо, балыҡсылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. Ҡотҡарыусылар бер урынға йыйылып ултырмау, һуҡмаҡтар өҫтөнә мәке уймау, боҙҙан асылған ергә яҡын бармау тураһында аңлатты, үҙең менән һәр ваҡыт 12 — 15 метр оҙонлоҡтағы бау алырға, “һунар”ға яңғыҙ түгел, ә ышаныслы иптәшең менән йөрөргә кәңәш бирҙе. Ғөмүмән, Киров районы хакимиәте ойошторған осрашыу һәр кемдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Рейдтың ыңғай һөҙөмтә биреренә ышаныс ҙур.
Өҫтәп шуны ла әйтке килә: ҡыш ҡарһыҙ, үтә һалҡын булһа, йылға-күл ныҡ туңа, шунлыҡтан балыҡтарға һауа етешмәй, күбеһе тонсоғоп һәләк була. Был йәһәттән элек балыҡсылар мәке уя торғайны, хәҙер ул йола онотолдо.