Янғын ҡурҡынысы тыуһа...08.04.2014
Башҡортостанда янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуға бәйле ваҡытында эш итеү, урманды уттан һаҡлау маҡсатында 2011 йылда Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге ойошторолғайны. Уның ҡарамағына урмансылыҡтар биләмәһендә урынлашҡан III типтағы — 8 һәм II типтағы 23 янғын һүндереү-химик станцияһы инде. Бынан тыш, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында диспетчерлыҡ идаралығы пункты эшләй. Урманда янғын сыға ҡалһа, ошо пунктҡа кисектермәҫтән хәбәр итеү һорала.
Телефондар: 8 (347) 251-00-31, 8 (347) 271-57-07 йәки 8-800-100-94-00.


Вернуться назад