Әйләнештә – яңы аҡса17.01.2012
Рәсәй банкының иҫтәлекле аҡса коллекцияһын 25 һум номиналына ярашлы көмөш аҡса тулыландырҙы. Ул 1000 дана күләмендә сығарылған.
Был аҡса тиҙҙән Владивосток ҡалаһында үтәсәк "Азия – Тымыҡ океан киңлегендә иҡтисади хеҙмәттәшлек" саммитына арналған.
Аҡсаның диаметры – 60 миллиметр, ауырлығы — 155,5 грамм. Бер яғында аҡсаның номиналы менән эшләнгән йылы күрһәтелһә, икенсе яғын саммит билдәһе биҙәй.