Былтыр мәғариф тураһындағы яңы федераль закон ғәмәлгә индерелеү менән сығарылыш уҡыусылары өсөн алтын һәм көмөш миҙалдар бөтөрөлгәйне.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дөйөм белем биреү мәктәптәрен тик “бишле”гә тамамлағандар өсөн “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” төбәк миҙалын сығарыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Мәғариф министрлығына миҙал тураһындағы положение проектын эшләргә һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә раҫлауға тәҡдим итергә ҡушылды. Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдар министрлыҡ иҫәбенә финанслана, тип хәбәр ителә Хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында.