"Шул эсеү етте башыма..."05.04.2014
"Шул эсеү етте башыма..." Ан-2 самолеты пассажирҙарҙы район үҙәгендә ҡалдырҙы ла кире Өфөгә осто. Ҡыҙыл Шишмәгә ҡырҡ саҡрым ҡалды, хәҙер уны атта ғына үтеп була. Мине ултыртып алған бабай бик һүҙсән, асыҡ йөҙлө булып сыҡты.
— Йә, киттекме, улым? — тине ул, самолет күҙҙән юғалғас та.
— Киттек, бабай.
Еңел санаға егелгән ала айғыр һалмаҡ ҡына юрта. Тирә-яҡ ап-аҡ ҡарға күмелгән. Көн кисләп бара, эңер яҡынлаша.
—Үҙегеҙ кем булаһығыҙ?
— Табипмын мин, бабаҡайым.
— Духтыр, тимәк. Быныһы шәп. — Бабайҙың теле асылып китте. Ул, толоп яғаһын төшөрөп, миңә боролоп ултырҙы. — Оҙаҡҡамы беҙгә?
— Бер аҙна самаһы булырмын, командировкаға ғына...
Бабайҙың йөҙө етдиләнде, йыйырсыҡтары ла артып киткәндәй тойолдо.
— Быныһы шәптән түгел.
Ул бер аҙ һөйләшмәй барҙы. Бер ҙур ауылды сығыу менән тағы телгә килде.
— Бына киләһегеҙ ҙә китәһегеҙ шул, барығыҙ ҙа командировочный, — тине ул, кемгәлер үпкәләгәндәй, — табипһыҙ халыҡҡа йәшәүе ҡыйын. Бына тигән дауахана төҙөнөк, ә белгес юҡ. Телевизор бағанаһы ла ҡуйып ҡараныҡ, барыбер тормайҙар. Йыраҡ, имеш.
Ҡараңғы төштө. Йондоҙҙар һалҡындан секрәйеп, нығыраҡ йымылдаған төҫлө. Йыраҡта бер-ике урында ут яҡтыһы күренеп ҡалды.
— Бына шул табип булмауы харап итә лә, — тип һүҙен дауам итте бабай, ара-тирә атты ҡыуалап. — Үткән йәй шундай хәл булды. Беҙҙең элекке бригадир би-ик шәп, егәрле кеше ине. Алтын ҡуллы, тип йөрөтә торғайныҡ. Әҙерәк эскеләне... Күптәр төшөрөргә ярата бит хәҙер. Һүҙ әйтеүсе булмағас, Әхмәт эсеүен йышайтты. Эсеп алып, урамда тауыш күтәрә торған булып китте. Ни тиклем эсһә, шул хәтлем күберәк эсәһе килә тегенең. Иртәләрен бахмур сығара. Хәлдән тайғансы, кешелектән сыҡҡансы эсә башланы был. Өгөт-нәсихәт тә уҡып ҡараным үҙенә. Ләкин һуң ине. Бер ниндәй өгөтләү, кәңәш биреү тәьҫир итмәне. Иҫерек баш менән йә ҡатынын тотоп туҡмай, йә балаларын пыр туҙҙыра. Шулай эскесегә әйләнде бит был. Колхозда эш бирмәй башланылар үҙенә.
Бәлә өҫтөнә бәлә арта барҙы. Элек һауалағы турғайҙы теләһә ниндәй бейеклектән шәйләй алған кеше, хәҙер эсеп, иртән торһа, күҙ алды ҡараңғыланып, төрлө таптар күренә башлай икән. Уның өсөн бар донъя аҡрынлап ҡараңғылыҡҡа сумды. Беҙ инде уның эсмәйенсә лә йә ситәнгә барып бәрелеүен, йә туп-тура йылғаға табан атлауын, йә соҡорға барып төшөүенә шаһит булдыҡ.
— Һиңә ни булды, Әхмәт? — тип туҡтаттым бер көндө үҙен. — Һуҡыраяһың, ахырыһы, табипҡа күренергә кәрәк.
— Үтер әле, Фәттәх бабай, пүстәк ул, — тип, ҡул ғына һелтәне.
Бер көндө ул дөм һуҡырайҙы. Өйөнә лә ҡайта алмаған. Ҡатыны ла, балалары ла илай. Ауыл халҡы ла йыйылды — элекке бригадирҙары бит.
— Шул эсеү генә етте башыма, — тине Әхмәт, — их, ваҡытында араҡынан дауаланманым шул...
Һуҡыр күҙҙәренән эре йәш бөртөктәре атылып сыҡҡаны әле лә күҙ алдымда. Дауаханаға бик оҙаҡ йөрөтөп ҡаранылар, күҙ табиптары ярҙам итә алманы, "нервылары боҙолған, көс етмәй", тигәндәр.
Фәттәх бабайҙы тыңлап, юлды нисек үткәнем дә һиҙелмәне. Алда, төнгө ҡараңғылыҡта, электр лампалары емелдәне. Юл түбәнгә ыңғайланы. Бабай тәрән һулап ҡуйҙы:
— Бына шундай хәлдәр булғылай беҙҙә. Белмәйем, ҡайһы ерен яратып эсәләрҙер шул нәмәҫтәкәйҙең, бик әшәке, телеңде көйҙөрә торған ағыу бит...
Мәғариф ҒАТАУЛЛИН.

("Психотерапевт яҙмалары"нан).


Вернуться назад