Мин — ябай эшсе. Күп йылдар Салауат ҡалаһында йәшәйем. Әммә тыуған яғым Ҡариҙел районының Шамрат ауылына йыш ҡайтып йөрөйөм.
Үткән йыл, ауыр күтәргәндән һуң, уң аяғымдың теҙенә шеш ҡалҡып сыҡты. Салауат ҡалаһының травматология дауаханаһына мөрәжәғәт иттем. Ярты йыл эсендә өс тапҡыр шештең һыуын алдылар, ярҙам итмәне. Февраль башында Ҡариҙелгә ҡайттым. Әүәҫ балыҡсы булараҡ, Павловка һыу һаҡлағысында байтаҡ йәйәү йөрөргә тура килде. Аяғым тағы ла шешеп, ныҡлап һыҙлай башланы. Күп уйлап тормай, Ҡариҙел районының үҙәк дауаханаһына, хирургия бүлексәһенә барҙым.
Табип Юнир Ғәлин аяҡҡа күҙ ташлау менән операция яһарға кәрәклеген әйтте. Шунда уҡ риза булдым. Бөтә тейешле анализдарҙы тапшырҙым, ә икенсе көнөндә Юнир Нәби улы эшкә тотондо. Әйтеүе генә еңел, операция бер сәғәт 15 минут дауам иткән. Наркоздан уянғас, медицина хеҙмәткәрҙәренең ни тиклем ихтирамлы, кешелекле булыуын күреп шатландым. Уларҙың яҡты йөҙө, яғымлы һүҙҙәре тиҙ һауығыуыма ярҙам итте. Миңә генә түгел, бөтә ауырыуҙарға ла шундай яҡшы мөғәмәләлә улар. Хирургия бүлексәһенең һәр мөйөшөндәге тәртип, таҙалыҡ күҙгә бәрелеп тора.
Әлеге ваҡытта мин Салауат ҡалаһында ғаиләм янында. Ике аҙна үткәс, ныҡлап аяғыма баҫтым, йүгереп йөрөйөм, шатлығым эсемә һыймай. Юнир Нәби улы Ғәлингә, уның бөтә уңған хеҙмәттәштәренә тормош иптәшем һәм үҙемдең исемдән ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Алтын ҡуллы докторыбыҙға ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ.