Кеше сәләмәтлеге торошон теүәл билдәләп буламы? Эйе, мөмкин тип иҫәпләй ғалимдар.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уставы буйынса, "Сәләмәтлек — ул кешенең физик, рухи һәм социаль именлеге, ә сирҙәрҙең һәм физик кәмселектәрҙең юҡлығы ғына түгел". Айырым кешенең һаулыҡ торошон баһалағанда медицина "ғәмәлдә сәләмәт" йәки "норма" төшөнсәләренә таяна. Күрһәтелгән баһаларҙан тайпылыш сир йәки патология тип иҫәпләнә. Тимәк, шәхестең сәләмәтлеге уның физиологик, психологик торошо менән билдәләнә. Әммә халыҡтың һаулыҡ торошо тураһында һүҙ барғанда, был проблема социаль һәм иҡтисади йүнәлеш ала, сөнки тотош халыҡтың сәләмәтлеген баһалау өсөн "ғәмәлдә һау" йәки "нормала" тигән күрһәткестәрҙе файҙаланыу мөмкин түгел.
Һәр кемдең үлеме ҡотолғоһоҙ күренеш булһа ла, был ғүмер оҙайлығының резервы юҡлығын аңлатмай. Тәбиғи сәбәптәр менән бер рәттән, ғүмерҙәрҙең үкенесле, ваҡытынан алда ҡыйылыуы (янғын, суицид, имгәнеү һ.б.), йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең йышайыуы халыҡ һанын кәметә.
Йәшәү шарттары кимәленең ҡырҡа айырылыуы, ҡала һәм ауыл халҡының медицина хеҙмәттәренән бер үк кимәлдә файҙалана алмауы, тармаҡтың түләүлегә әүерелеүе, дарыуҙарҙың ҡиммәтлелеге лә әле сәләмәтлек торошон объектив сағылдырмай. Төрлө социаль-демографик төркөмдәрҙәге халыҡтың тормош кимәле һәм шарттары күрһәткестәрен, социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен өйрәнеп кенә был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп була.
Күренеүенсә, ҡатын-ҡыҙ үҙ һаулығына ир-егет менән сағыштырғанда яуаплыраҡ ҡарай. Йәштәр оло быуынға ҡарағанда сәләмәтлегенә әллә ни әһәмиәт бирмәй. Рәсәй һәм Башҡортостан халҡының үлем коэффициенты динамикаһы тулыһынса тиерлек тап килә (диаграмманы ҡарағыҙ). Был күрһәткестең 2005 йылда бик ныҡ күтәрелеп, артабан яйлап кәмей барыуын күрәбеҙ. Ә бына ауыл халҡының үлем кимәле һаман да элеккесә ҡала килә. Тикшереү үткәрелгән бөтә йылдарҙа ла уның коэффициенты ҡала халҡы күрһәткесенән юғары.
Эшкә һәләтле йәштәге ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ араһында үлем осраҡтары тотороҡло үҫешә. Һуңғы өс йылда ғүмер оҙайлығы күрһәткестәре бер ни тиклем күтәрелһә лә, ул һаман да түбән булып ҡала. Әлегә 1990 йылғы кимәлгә лә етә алмайбыҙ. Үҫмерҙәр араһында ауырыуҙар артыуы ла — хәүефләндерерлек хәл.
("Башҡортостан Республикаһында кеше
потенциалының үҫеше тураһындағы доклад"тан).