Бөтә донъя сәләмәтлек көнө 1948 йылдың 7 апреленән — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килгән көндән үткәрелә.
Ошо тарихи мәлдән алып ойошмаға донъяның 194 дәүләте ағза булып ингән. “Был көндө билдәләү ни өсөн кәрәк?” тигән һорауға яуап бар: кеше үҙенең тормошонда сәләмәтлектең ниндәй мөһим урын алыуын аңлаһын өсөн. Ә һаулыҡ һаҡлау ойошмалары бөтә донъяла кешеләрҙең сәләмәтлеге яҡшыраҡ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген хәстәрләргә, хәл итергә бурыслы.
Йыл да Бөтә донъя сәләмәтлек көнө ҙур проблемаларға арналып, төрлө девиз менән үтә. Мәҫәлән, былтыр ул гипертония темаһына арналғайны, сөнки был хәүефле сир барлыҡ ҡитғаларҙа киң тарала бара. Әммә уны иҫкәртеп тә, дауалап та була, ти табиптар.
Ә быйылғы сәләмәтлек көнө трансмиссив сирҙәргә арнала. Трансмиссив сирҙәр — ошо патогендар һәм паразиттар менән кешеләрҙә барлыҡҡа килгән хәүефле ауырыуҙар. Айырыуса улар тропик төбәктәрҙә күҙәтелә. Иң ҡурҡыныслыһы, үлемеслеһе — малярия. Шул арҡала, мәҫәлән, 2010 йылда 660 мең кеше һәләк булған.
Илдәр араһында хеҙмәттәшлектең көсәйеүе, климаттың үҙгәреүе арҡаһында был сирҙәр бөтә донъяны яулай. Быйыл шулай уҡ йоғошло сир таратыусы серәкәй, москит, ҡандала, талпан кеүек бөжәктәргә лә иғтибар артасаҡ. Хатта беҙ зарарһыҙ тип иҫәпләгән ҡәҙимге серәкәйҙең дә үлемесле сир йоҡтороу осраҡтары билдәле: малярия, денге биҙгәге, лимфа филяриозы, япон энцефалиты, һары биҙгәк... Сәйәхәткә сыҡҡан һәр кем үҙен ниндәй хәүеф-хәтәр һағалағанын белергә, һаҡланыу сараларын күрергә бурыслы.