Язаһын аласаҡтар17.01.2012
Рәсәйҙә бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлек һәм тәмәке һатыу осраҡтарын асыҡлау буйынса саралар үткәрелә. Былтыр был йәһәттән ҡануниәт ҡатыланһа ла, күп эшҡыуарҙар һәм һатыусылар уны бар тип тә белмәй.
Бер нисә аҙна дауам иткән операция барышында республикала үҫмерҙәргә көслө алкоголле эсемлектәр һатыуҙың – 50, тәмәке һатыуҙың 100 осрағы теркәлгән. Һатыусылар, шулай уҡ юридик шәхестәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Әйткәндәй, һатыусылар өсөн штраф 5 мең һум тәшкил итһә, ойошмаларҙың ҡануниәтте боҙған өсөн 100 мең һумға тиклем кеҫәһе "йоҡарасаҡ".