“Асыҡ ишектәр” көнө05.04.2014
Башҡортостандың һалым органдарында 11-12 апрелдә дөйөм Рәсәй акцияһы — “Асыҡ ишектәр” көнө уҙғарыла. Сараның маҡсаты — һалым түләүселәргә килемде декларациялау буйынса методик һәм практик ярҙам күрһәтеү.

Республика халҡына һалым хеҙмәткәрҙәренән консультация алыу, декларация тултырыу һәм тапшырыу мөмкинлеге бирелә. 11 апрелдә акцияла ҡатнашҡан инспекциялар киске сәғәт 8-гә, 12 апрелдә көндөҙгө 3-кә тиклем ҡабул итә.
Ошондай уҡ сара 14-15 мартта уҙғарылғайны. Был көндәрҙә һалым инспекцияларына 12 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Эшкә һалым органдарының 518 хеҙмәткәре йәлеп ителгән.
Әйткәндәй, декларация кампанияһы 30 апрелдә тамамлана.


Вернуться назад