Игенсене баҫыу көтә05.04.2014
Игенсене баҫыу көтә
Ҡояш көндән-көн нығыраҡ йылыта. Тиҙҙән ер ҡалын ҡар ҡатламынан әрселер, тракторҙар йыры баҫыуҙарға йән өрөр. Республикабыҙ игенселәре миҙгелдең бер көнө йылды туйҙырыр мәлгә нисек әҙерләнә? Ошо хаҡта ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншинға мөрәжәғәт иттек.


– Азат Салауат улы, иң тәүҙә ужым игененең торошо ҡыҙыҡһындыра. Һөҙөмтәләр нисек?
– Көҙөн республикала 550 мең гектар майҙанда ҡышҡы культуралар сәселгәйне. Аллаға шөкөр, матур ҡышлаған.
– Ә яҙғы культураларҙы күпмерәк майҙанда сәсеү күҙаллана? Орлоҡ етерлек әҙерләндеме?
– Барлығы 2,7 миллион гектар майҙанда. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар – 1260 мең, сөгөлдөр – 50 мең, бәрәңге, йәшелсә – 105 мең, мал аҙығы культуралары 389 мең гектар майҙанды биләйәсәк.
Әле бөтәһе 285 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культура орлоғо һалынған. Был талап ителгәндең 95 процентын тәшкил итә. Ун районда һатыу өсөн артыҡ орлоҡ бар, тимәк, ҡайҙан алайыҡ икән тигән һорау тормай. Шулай уҡ техник культуралар, күп йыллыҡ үлән өсөн дә борсолаһы түгел. Быйыл да сифатлы орлоҡ алыуҙы субсидиялау һаҡлана. Мәҫәлән, элиталы орлоҡҡа 18,6 миллион һум ҡаралһа, шуның 15 миллион 300 һумы – федераль, 3 миллион 300 һумы – республика ҡаҙнаһынан.
– Техниканы әҙерләү йәһәтенән ни әйтерһегеҙ?
– Баҫыу эше йыл әйләнәһенә дауам итә. Шуға ла бер мәшәҡәтте теүәлләү менән икенсеһенә әҙерләнә башлау йолаға әүерелгән. Эш планға ярашлы бара. Март уртаһына уҡ трактор, культиватор һәм башҡа агрегаттарҙың әҙерлек кимәле 90 процент тәшкил итте. Техник күҙәтеү башланды, яңы техника, запас частар ҡайтарыла, сәсеү агрегаттары, кадрҙар комплектлана. Ауыл хужалығы техникаһын субсидиялау дауам итә. Былтыр алынған техника өсөн күсә барған бурыс 200 миллион һум булһа, шуның бөгөн 150 миллионы финансланған.
– Ашлама етерлекме?
– Яҙғы осорҙа ашламаға ихтыяж — 47 мең тонна. Ул бөгөн республика хужалыҡтарында 16 мең тонна тирәһе тупланған, былтырғы осор менән сағыштырғанда хәл яҡшыраҡ. «Газпром нефтехим Салауат», «Газпром газэнергосеть» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре араһында ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙе азотлы минераль ашлама менән тәьмин итеү тураһында килешеү төҙөлдө. Воронеждың “Росагротрейд” ойошмаһы менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә ташламалы шарттарҙа 5,5 мең тонна комплекслы ашлама ҡайтарыласаҡ.
– Яҙғы сәсеүгә 1 миллиард 600 миллион һум аҡса бүленәсәк, тип ишеткәйнем.
– Эйе, был маҡсатҡа март башынан 770 миллион һум күсерелде лә инде. Ҡалғаны техникаға, һөткә, ужым культураларын туҡландырыуға, орлоҡ алыуға йүнәлтеләсәк.
– Быйылғы сәсеү тағы нимәһе менән үҙенсәлекле?
– Быйыл субсидия биреләсәк элиталы орлоҡтар исемлегенә өҫтәмә рәүештә бәрәңге, һоло индерелде. Ҡаты бойҙайға хаҡ артты. Былтыр субсидия тоннаһы өсөн 2 мең 561 һум иҫәбенән түләнһә, быйыл ул 6 мең 590 һум тәшкил итә.
– Субсидия бүлеү тәртибенә лә үҙгәрештәр индерелгән шикелле?…
– Дөрөҫ. Әгәр элек бөтә культураларға ла бер үк төрлө хаҡ булһа, хәҙер уларҙың ниндәй төркөмдән булыуына иғтибар ителә. Ә ашлама индерелә торғандарына бығаса ҡуйылған юғары ставка алып ташланды.
Бынан тыш, быйылдан башлап бөтә хужалыҡтар менән дә сәсеү майҙанын былтырғы күләмдә һаҡлау хаҡында килешеү төҙөлә. Әгәр ул кәметелә ҡалһа, аҡсаны ҡаҙнаға кире ҡайтарыу ҡаралған.
И. ХАҠОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад