Күл ниндәй сер һаҡлай?05.04.2014
Башҡортостан эҙәрмәндәре Яҡтыкүлде тикшерҙе. Был сараны “Бейеклек” эҙәрмән отряды етәксеһе Владимир Волков менән ғалим Юрий Кравченко ойошторҙо.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикабыҙға Германиянан бер нисә разведка отряды ебәрелгән. Урындағы халыҡ хәтерләүенсә, күлгә уларҙың самолеты төшкән.
Эҙләү барышында күл төбөндә ҙур объект табылған. Быйыл йәй унда, акваланг менән төшөп, ентекле тикшереү үткәрмәкселәр.
“Бейеклек” отряды 2007 йылда Межгорьела ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә уның ағзалары Ленинград, Псков, Тверь өлкәләрендә, Краснодар крайында, Карелияла экспедицияларҙа ҡатнашҡан.



Вернуться назад