Фатирлы булам тиһәң…05.04.2014
Бөгөн республикала 38 мең самаһы кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Шуға ла уларҙың йәшәү рәүешен көйләү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
“Башинформ” агентлығында үткән осрашыуҙа Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов та шул хаҡта һөйләне.

Ошо маҡсатта республикала 2011 йылдан торлаҡ төҙөүгә аҡса индереү проекты эшләнә. Белгестәр Германия менән Чехияны, шулай уҡ Краснодар крайы, Ҡаҙағстандың был юҫыҡтағы тәжрибәһен өйрәнгән. Программаның маҡсаты – граждандарға тәүге иғәнәгә аҡса йыйыу һәм ипотека кредиты буйынса процент ставкаһын кәметеү.
Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, был программала ҡатнашыусы банк иҫәбенә өс-алты йыл һуҙымында ай һайын 3 меңдән алып 10 меңгә тиклем аҡса күсерә бара. Ә дәүләт йыйылған сумманың 30 проценты күләмендә ҡаҙнанан премия өҫтәй. Унан ғариза биреүсе ташламалы ипотека юллай ала. Бының өсөн банкка ғариза яҙырға кәрәк. Иҫәп асыу тураһындағы ҡарар 5 – 17 көн арауығында ҡарала.
Әле Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй Һаҡлыҡ банкы менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөгән. Беренсе йылда теләгән һәр кеше программала ҡатнаша алһа, артабан бындай хоҡуҡҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар ғына эйә буласаҡ.
Тулы мәғлүмәтте 8(800) 100-81-80, шулай уҡ Һаҡлыҡ банкының 8(800) 555-55-50, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының 8(347) 218-09-16 телефондарына шылтыратып белешергә мөмкин.


Вернуться назад