Республика йортоноң тантаналар залы сираттағы тапҡыр үҙенә иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе йыйҙы. Улар араһында ҡаһарман полицейский ҙа, ялҡынлы шағир ҙа, ябай водитель менән машинист та бар. Уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт һәм социаль өлкә алдынғылары, урмансылар һәм етәкселәр... Эштәре артыҡ күҙгә ташланып бармаһа ла, үҙ тармағында улар – алыштырғыһыҙ белгес, күптәргә өлгө булырлыҡ профессионал.
Эйе, кисә хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Был бурысты Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов башҡарҙы. Ул бүләкләнеүселәрҙе Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотланы, һәр береһен тәбрикләп, йылы һүҙен әйтте.
Бер юлы өс кеше Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Камил Әхмәтйәнов – патруль-пост хеҙмәте полицейскийы. Уның батырлығы тураһында күптән түгел генә мәғлүм булғайны. Егет баш ҡаланың Дим районында ут ялмаған йорттан дүрт кешене сығарып, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалған. Улар араһында өс йәшлек сабый ҙа булған. Ҡурҡыныс мәлдә баҙап ҡалмай, “был минең эшем түгел” тип уйламай, ут эсенә ташланған полицейский наградаға, һис шикһеҙ, лайыҡ.
Ә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле шағир Ирек Кинйәбулатов хәҙер инде милли батырыбыҙ орденын да алды. Ул залда ултырыусыларға үҙенең шиғырын уҡып ишеттерҙе. Өсөнсө бүләкләнеүсе – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Суфия Кусимова.
Ике тиѕтәгә яҡын кеше Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Атҡаҙанған хеҙмәткәр исемен алыусылар ҙа байтаҡ булды. Улар араһында урмансылар, машина эшләүселәр, нефтселәр, уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар бар. Республиканың атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булған “Риа-Медоптик” клиникаһы директоры Рәшит Искәндәров коллективының уңыштары тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
– Беҙ Өфөлә һәм республиканың ҡайһы бер райондарында уңышлы эшләйбеҙ. Шәхси клиника булһаҡ та, мөрәжәғәт итеүселәр бихисап, былтыр бик күп операция яһалды, кешеләргә күреү һәләте ҡайтарылды, – тине ул. – Бынан тыш, илдең башҡа төбәктәрендә лә филиалдарыбыҙ бар. Әле иһә Рәсәйҙең яңы субъектында – Ҡырымда ла филиал асырға теләгебеҙ ҙур.
Был тантана беҙҙең редакция өсөн дә иѕтәлекле булды. Хеҙмәткәребеҙ, гәзиттең тәржемә бүлеге мөдире Лилиә Дәүләтбәкова “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
– Мине абруйлы наградаға тәҡдим иткән гәзитебеҙ коллективына, хеҙмәтемде юғары баһалаған республикабыҙ етәкселегенә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Маҡтаулы исем артабан да тырышып эшләргә, яңы үрҙәргә ынтылырға көс-дәрт, этәргес бирҙе, – тине ул.