Рәхмәт әйтәйек05.04.2014
Яратайыҡ әсәйҙәрҙе,
Ҡәҙерләйек, хөрмәт итәйек.
Хәстәрлеге, иғтибары өсөн
Уларға ҙур рәхмәт әйтәйек.

Зөлфиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.

Йылмайыр умырзая

Йортобоҙҙоң ҡыйығынан
Тыпылдап тамсы тама.
Йырғанаҡҡа ҡушылып,
Йүгерер күлгә табан.
Ер ҡарҙан арынып, урман
Йәшел күлдәген кейер.
Умырзая, йылмайып,
Тирә-йүнгә йән өрөр.

Лилиә ҠАЗЫХАНОВА.


Борай районы


Вернуться назад