"Изгелекте ни тиклем күберәк эшләһәң, шул хәтлем көслө, иманлы булаһың", — тип өйрәтә өләсәйем. Тап шундай кешеләр донъяны йәмләп йәшәй.
Беҙҙең ғаиләбеҙ татыу, бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ, һәр эште бергәләп башҡарабыҙ. Ошо өлгөлә мин дә атай-әсәйемә, яҡындарыма гел яҡшылыҡ ҡылырға, ярҙам итергә тырышам. Мәҫәлән, күптән түгел өләсәйем ауыр операция үткәрҙе. Ул Өфөлә дауаханала ятҡан саҡта ҡартатайымдың янында булдым: мал ҡарарға, ҡар көрәргә булыштым. Өләсәйгә шылтыратып, хәлен белештек. Ҡартатайымды кеҫә телефоны менән эш итергә өйрәттем. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған.
"Кешенең күңеле төшмәһен өсөн бер матур һүҙ, йән йылыһы етә", — ти яҡыным. Ҡартатайым ошо иғтибарға мохтаж булмаһын өсөн барыһын да эшләргә тырыштым. Өләсәйем менән икеһе тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәһен, ауырымаһын, беҙҙең менән гел бергә булһын, тип теләйем.
Айнур АҪЫЛБАЕВ,
Тәүәкәс мәктәбе уҡыусыһы.
Архангел районы.
Редакциянан. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! "Изге эшем" конкурсы 1 июнгә ҡәҙәр бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ихлас күңелдән башҡарылған яҡшы ғәмәле, киләсәккә хыялдары хаҡында яҙылған ижад емештәре араһынан иң уңышлылар һайлап алынып, тәүге өс урын билдәләнәсәк. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Төп приз — нетбук. Көсөгөҙҙө һынарға ашығығыҙ, дуҫтар!