Ҡар ирей башланы. Байрас урамдан ҡайтып инмәй: йә йырғанаҡ йыра, йә уҡ юна.
— Ниңә кәрәк һуң ул һиңә? — тип һораны бер көн өләсәһе.
— Ҡарғаларҙы атам. Ана, тирәктә әллә күпме оя ҡорғандар. Сыйырсыҡтарға урын да юҡ. Туйҙарымы ни!
— Тиҙҙән, ысынлап та, "Ҡарға туйы" башлана...
— Тәүгә ишетәм ундай байрамды.
— Беҙҙең йәш саҡтағы иң яратҡан байрамыбыҙ булды ул. Уны "Ҡарға бутҡаһы" тип тә атайҙар, — тип хисләнеп һөйләп китте өләсәһе. — Иң изге байрамдарҙың береһе ул. Яҙ етеүе, тәбиғәттең уяныуы, күк үләнгә имен-аман аяҡ баҫыу — һәр кем өсөн ҙур шатлыҡ, балам. Ҡарғалар теге донъялағы туғандарҙан сәләм килтерә, тип тә әйтә торғайны боронғолар. Байрамдың көнө, урыны билдәле булғас, бала-саға:
— Ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р,
"Ҡарға туй"ға бар-р! —
тип башҡаларҙы саҡыра.
Ауылдың йәше-ҡарты, матур кейенеп, тәмлекәстәр алып, тауға сыға. Унда ҙур ҡаҙанда бөтәһенә лә етмәле итеп бутҡа бешерәләр. Ризыҡ әҙер булғансы йырлап-бейеп күңел асалар.
— Ҡарғалар ҙамы?
— Ә улар, ашарға көтөп, беҙҙе күҙәтә. Бутҡаны ашап бөтөр саҡта йәш-елкенсәк: "Ҡарғаларға ҡалдыр!" — тип бер-береһенең һауытын һуғып төшөрә. Уйнап арығас, йылдың уңышлы килеүен, тормоштоң мул булыуын теләп, ҡоштарҙың өлөшөн түңгәк төптәренә һалып сығалар.
— Был байрам да Яңы йыл кеүек күңелле икән, — тине Байрас.
— Матур, изге булмаһа, быуындан быуынға күсеп килер инеме ни?..
Байрас геү килгән ҡарғаларға ҡарап торҙо ла уҡтарын йәшереп ҡуйҙы.
Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА.