Киләсәктә диңгеҙҙәрҙә
Йөҙәсәкмен карапта.
Әлегә ҡағыҙ кәмәмде
Ағыҙам йырғанаҡта.
С. ӘБҮЗӘРОВ. “Йылдағы барлыҡ миҙгелдәр ҙә һәйбәт”, — ти өләсәйем. Ысынлап та, ҡышын саф һауала рәхәтләнеп уйнайһың, сана шыуаһың, йәйен һыу инәһең, көҙ иһә емеш-еләккә бай була. Шулай ҙа минең өсөн иң яҡыны — яҙ башы.
“Аяҡ аҫты бысрана, йүнләп уйнап та булмай бит”, — тиерһегеҙ. Барыбер үҙ һүҙемдә ҡалам: миңә ҡарҙан әрселә башлаған ер еҫе, йырғанаҡтан кәмә ағыҙыу, йылғаларҙың ташҡан мәле оҡшай. Һеҙҙең Инйәрҙә нисек боҙ киткәнен күргәнегеҙ бармы? Өләсәйемдәрҙең эргәһенән генә аға ул. Боҙҙарҙың төкөшә-төкөшә ярышҡанын ҡарап торорға яратам.
Ҡалала ла малайҙар менән был мәлдә өй эргәһендә аҡҡан йырғанаҡтарҙы быуып уйнайбыҙ, ҡағыҙҙан кәмә яһап ағыҙабыҙ.
Илнур ВӘЛИЕВ,
5-се гимназия уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы.