Шиғырҙар05.04.2014
Шиғырҙар
Бөрйән районы,
Яңы Усман мәктәбе

Ауыл китапханаһында "Йәш хәбәрселәр" түңәрәге эшләй. Ихлас яҙышҡан балаларҙың ижадынан бер шәлкемде тәҡдим итмәксемен.
Розалиә ЫРЫҪҠОЛОВА,
китапханасы.


Өләсәйемдең ҡулдары

Өләсәйемдең ҡулдары
Һырланып бөткән.
Ошо ҡулдар әсәйемде
Иркәләп көткән.

Ауыр эш күргән был ҡулдар,
Өшөгән, туңған.
Шуға ла әлеге һырҙар
Уларға ҡунған.

Гөлзирә МӘЖИТОВА.


Әллә үҙебеҙ өтөкбөҙ

Яҙ килеүен көтә-көтә
Көтөк булып бөттөк беҙ:
Әллә яҙ һуңланы быйыл,
Әллә үҙебеҙ өтөкбөҙ...

Килде лә яҙ һағындырып,
Ҡушты ҡояшты эшкә.
Ана, ҡыйыҡҡа йәбешеп
Боҙбармаҡ тора көскә.

Райнур ҠОЛҺАРИН.


Ярҙам кәрәк

Ҡоштар — беҙҙең тоғро дуҫтар,
Уңған, тырыш ярҙамсы.
Үҙҙәренә лә һалҡында
Ярҙам ҡулы һуҙһаҡсы.

Ем табыуы ифрат ауыр,
Өшөйҙәр, асығалар.
Тағараҡҡа ярма һалһаң,
Ҡыуанышып ашайҙар.

Данир ЫЛАСЫНОВ.


Барыһы хаҡында һөйләй

Китап — мөғжизәле донъя,
Унда йәшәй әкиәт,
Һөйләй беҙгә батырҙарҙың
Тарихынан хикәйәт.

Һөйләй китап күк-йыһан,
Тау, вулкандар хаҡында.
Ирек һөйгән бай тарихлы
Халҡыбыҙ тураһында.

Нурия МӘЖИТОВА.


Иркәләргә лә ваҡыты бар

Мыраубикә тип атаным
Кескәй бесәй балаһын.
Белгән һүҙе — "мыяу-мыяу",
Ни әйтерен аңлайым.

Үҫеп китте матур булып,
Сысҡандарға бөттө көн.
Иркәләп-һырпаланырға ла
Ваҡыт таба өлгөрөм.

Зифа ӘХМӘТОВА.


Ҡарға баш вата, турғайҙар талаша...

Яҙ килеүен хәбәр итеп,
Ҡоштар һағынып ҡайта.
Ала ҡарға оя ҡорорға
Урын эҙләп баш вата.

Сыр-сыу килеп турғай халҡы
Бер ояға талаша.
Бына шулай тормош ҡайнай —
Шундай матур тамаша!

Гөлзифа ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад