Шәриғәт ҡанундары буйынса17.01.2012
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге эргәһендә "Рух-медиа" йәштәрҙең үҫеш үҙәге ойошторолған. Ул хәләл мәҙәни саралар үткәреүҙә махсуслашасаҡ, шулай уҡ үҙәктәге вокал мәктәп-студияһында йәштәрҙе эстрада оҫталығына өйрәтәсәктәр.
"Рух-медиа"ның етәксеһе Илгиз Абдрахмановтың әйтеүенсә, республикала шәриғәт ҡанундары буйынса байрам үткәреүсе ойошмаларға һәм алып барыусыларға ҡытлыҡ ҙур. "Беҙ туйҙарҙы, төрлө осрашыуҙарҙы, юбилейҙарҙы һәм башҡа сараларҙы алып барыусы диджей, музыканттар хеҙмәтен тәҡдим итәбеҙ. Төп шарт – унда алкоголле эсемлектәр ҡулланылмаҫка тейеш. Сарала махсус музыка, Ҡөрьәндән өҙөктәр, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һүҙҙәре яңғыраясаҡ", – тип белдерҙе ул.


Вернуться назад