Әҙибә премияһы – уҡытыусыларҙа05.04.2014
Ҡыҙыл мәсет ере – оло шәхестәргә бай төбәк. Район етәкселеге лә яҡташтарын хөрмәт итә, йәш быуынды үҙ арҙаҡлылары өлгөһөндә тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирә. Шуға ла һәр йылдың көҙөндә журналистарға күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы тапшырыла, ҡышын иһә халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева премияһы менән бүләкләү тантанаһы үтә. Халыҡты, уҡыусы һәм уҡытыусыларҙы йыйып, байрам ойоштороу күркәм йолаға әйләнде.

Быйылғы премияға өс башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән байтаҡ йылдар “Юлдаш” радиоһы каналында эшләгән, Зәйнәб апай Биишеваның тормош һәм ижад юлын радио тулҡындары аша әленән-әле яҡтыртып, халыҡҡа еткереп торған Венера Ситдиҡова лайыҡ тип табылды.
Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Әлфирә Искәндәрова үҫеп килгән быуында халыҡ яҙыусыһының әҫәрҙәре нигеҙендә тоғролоҡ, эшһөйәрлек, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләгәне өсөн оло бүләккә лайыҡ булды. Күгәрсен районы үҙәгендә урынлашҡан З. Биишева исемендәге Мораҡ дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, 2009 йылда грантҡа лайыҡ булып, оло әҙибәнең ижады буйынса БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы менән берлектә уңышлы фәнни-ғәмәли эш алып барған Ғилминур Ильясова ла премия алырға хаҡлы тип табылды. Алик Сәйетҡолов иһә – хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Үҙ ваҡытында Зәйнәб апай менән тығыҙ бәйләнештә булды, бөгөн дә уның ижадын пропагандалауға ҙур көс һала. Уға ла премия тапшырылды.
Быйылғы лауреаттарҙың артабан да Зәйнәб Биишева иҫтәлегенә, уның ижадына тап төшөрмәй был изге эште дауам итеренә ышаныс ҙур. Был юлы төрлө сәбәп арҡаһында яҙыусылар араһынан лауреатлыҡҡа дәғүә итеүселәр булманы. Хәйер, әҙәбиәт уҡытыусыһы – үҙе үк яҙыусы һәм шағирҙарҙың уң ҡулы. Ижад емештәрен уҡыусыға беренсе еткереүсе булараҡ, уларҙың да әҙәби премияға хаҡы бар.
Күгәрсен районы етәкселеге төрлө сараларҙы, оло йыйындарҙы исем өсөн генә түгел, ә ҙур ихласлыҡ менән үткәрә. Һәр береһе ысын мәғәнәһендә халыҡ йыйынына әйләнә. Был юлы ла шулай булды. Хакимиәт етәкселегенә ошо хәстәрлеге, киң күңеллелеге, ихласлығы өсөн рәхмәт әйтке килә.



Вернуться назад