Хеҙмәт кешеһен тире кипмәҫ борон риза ит04.04.2014
— Ауылыбыҙҙа бер нисә йүнсел бар. Уларҙың икәүһе дин тота. Ислам ҡанундары буйынса мосолманға үҙ эшен булдырырға рөхсәт ителәме, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Әгәр ҙә мөмкин икән, ул хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ғәҙел булырға тейештер бит?

Р. ЗАМАНОВА.
Баймаҡ районы.

Хеҙмәт кешеһен тире кипмәҫ борон риза ит Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ислам — хеҙмәт дине. Ә иң тәүге ер һөрөүсе, иген үҫтереүсе, мал-тыуар ҡараусы, ауыл хужалығына нигеҙ һалыусы, ҡорамал эшләүсе, бураҙна ярыусы атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм булған. Аллаһ Тәғәлә шулай уҡ һәр пәйғәмбәргә айырым һөнәр биргән.
“Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Хоҙай бәрәкәт бирер”, — тиелгән “Ҡөрьән”дә. Мәҫәлән, иген сәсһәң, Аллаһ Тәғәлә уны үҫтерә, бер бойҙайҙы меңләтә арттырып бирә. Тырышып мал-тыуар ҡарайһың икән, уны ла ишәйтә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ошо хәҡиҡәтте үҙ тормошо аша күрһәтеп, хеҙмәткә әйҙәп йәшәгән.
“Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын”, — тигән ул бер хәҙистә. Әҙәм балаһы үҙ тормошон да алып бара алмай, ғаиләһен ҡарарға ла көсө етмәй икән, бында ниндәй бәрәкәт булһын? Пәйғәмбәребеҙҙең Аллаһ Тәғәләнең иманлы һәм һөнәрле бәндәһен һөйөүе хаҡында һүҙҙәрен иҫебеҙҙән сығармайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә йәш кеше килә лә: “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙам ит”, — тип мөрәжәғәт итә. “Ауырыйһыңмы, әллә көсөң юҡмы?” — тип һорай Пәйғәмбәребеҙ. “Барыһы ла яҡшы, тик мөмкинлегем юҡ”, — ти егет. Яуап урынына Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға балта һатып алып, һаплап биргән. “Ошоноң менән утын ҡырҡып алып кил дә халыҡҡа һат, — тигән. — Бер аҙнанан хәлеңде килеп һөйләрһең”. Егет билдәләнгән ваҡытҡа килә, усында — алтын аҡса, ти...
“Ярҙам ниәтендә кешегә балыҡ бирергә түгел, ә ҡармаҡ тотторорға кәрәк”, “Алған ҡулдан биргәне хәйерлерәк” тигән һүҙҙәр ҙә ерле юҡтан барлыҡҡа килмәгән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Исламда һөнәр өйрәнеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙам итеү, хеҙмәтең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу талабы юғары тора. Был — мосолман өсөн иң ҙур дәрәжә. Әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, ауылдарҙа кәсепселек үҫеш алғанлыҡтан, йүнселгә ялланып эшләгәндәр ҙә күп. Ошо йәһәттән Пәйғәмбәребеҙҙең “Хеҙмәтсенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни эш хаҡын бир” тигәнен дә онотоп ебәрмәһәк ине. Һәр ерҙә ғәҙеллек булырға тейеш. Икенсе кешенең өлөшөнә керһәң, уны рәнйетһәң, табылған аҡсаның бәрәкәте булмаясаҡ. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер мөбәрәк хәҙисендә. Әгәр ҙә инде тура юлдан ситкә тайпылһалар, араға шайтан инәсәк. Ошо хәҡиҡәтте хәтерҙән сығармайынса, тапҡан малды ғәҙел бүлеп эшләргә яҙһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тырыш, ныҡышмал булырға, балаларыбыҙҙы хеҙмәт һөйөргә өйрәтеп үҫтерергә, тормош көтөргә ашҡынған ҡәрҙәшебеҙгә ярҙам күрһәтергә, уның янына тупланырға, бер-беребеҙ араһында көнсөллөккә юл асмаҫҡа, күркәм мөнәсәбәттә ғүмер итергә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад