Күңелдәргә нур өләшеп04.04.2014
Күңелдәргә нур өләшеп
Билдәле йәш йырсы Тимур Вәлитовтың хаҡ дин юлына баҫҡанын яҡшы белә инем. Уның, үҙе кеүек талантлыларҙан төркөм туплап, "Ислам экстремизмға ҡаршы" тигән программа менән республикабыҙ буйлап сығыш яһауын да ишеттем. Осрашыу кисәләренең береһендә миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Проекттың етәкселәре — Тимур Вәлитов һәм уның кеүек үк үҙенсәлекле тауышлы йырсы Илгиз Абдрахманов. Исламдың ҡиммәтен төшөндөрөү, дин буйынса тыуған ҡатмарлы һорауҙарға яуап табырға ярҙам итеү, киләсәк быуынды насар ғәҙәттәрҙән аралау маҡсатында ойошторолған күркәм сарала тамашасыларҙың һөйөүен яулаған йәш сәхнә оҫталары ҡатнаша. Йырлап-бейеп кенә йөрөмәй улар, ә халыҡ менән ихлас аралаша, рухты күтәрә, төрлө уйын үткәрә. "Ислам экстремизмға ҡаршы" тигән яҙмалы футболкалар таратылыуы ла маҡтауға лайыҡ.
Һәр әҙәм балаһының тормошта үҙ юлы бар. Әле халыҡҡа иман нуры таратып йөрөгән замандаштарыбыҙ ҙа, Аллаһ Тәғәләнең һынауҙарын үтеп, дингә төрлө һуҡмаҡ аша килгән. Тоғро, изге юлға аяҡ баҫып, башҡаларҙың күңелен нурландырыу ниәте менән янған замандаштарыбыҙҙың уй-теләге тормошҡа ашһын ине.


Вернуться назад