Хоҙайға һыйынһаң, ярҙамһыҙ ҡалмаҫһың04.04.2014
Хоҙайға һыйынһаң, ярҙамһыҙ ҡалмаҫһың Әбейемдең әйткәне фәрештәләрҙең "Амин!" тигән сағына тура килгәндер. Хаҡ Тәғәлә тарафынан әсә ҡарынында уҡ тәҡдиремә яҙылғандарҙың береһен Сибай ҡалаһындағы уҡыу йортона имтихан тапшырырға барғанда күрҙем. Ул саҡта, таныш-тонош булмағанлыҡтан, төндө үткәреү өсөн вокзалға туҡтаныҡ. Күп тә үтмәне, геүләшеп-йырлашып, бер төркөм йәш-елкенсәк килеп инде. Беҙҙең, йөрәккенәһен ус төбөнә тотҡандай, мөйөшкә һырыҡҡан ҡыҙ балаҡайҙарҙың, хәлен һис кемгә күрһәтмәһен... Бар ышаныс — телемдән төшмәгән күркәм һүҙҙәрҙә: "Аллаһ Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм — Уның илсеһе". Фәрештәләрҙең ике араға пәрҙә ҡороуы шул булды: аҡырып-баҡырып йырлаған "төн хужалары"на ҡарап, керпек ҡаҡмайынса таң аттырһаҡ та, иҫеректәрҙән имен-аман ҡотолорға яҙҙы.
...Йылдар үтте. Егерме йәштәр тирәһендә, егәрле аттай төптән егелеп, һөнәр үҙләштергәндә; утыҙҙа, ҡанат осҡайҙарыңдың көйрәү ихтималлығын да тоймайынса, уттай янып тир түккәндә; ҡырҡта, ҡырҡылырҙай хәлдә төп бурысыңды атҡарыуҙан тыш, йәмәғәт эштәренең уртаһында йөҙгәндә ғаилә усағында һалынған сабырлыҡ, түҙемлек, иман орлоҡтарын сәскән әбейемдең дини һабаҡтары ҡурсалаусы, яҡлаусы көс булды. Әҙәм балаһының күңеле сәхрәләге яңғыҙ ағасҡа эләгеп, көслө ел ыңғайына әйләнгеләгән ҡаурый төҫлө һәр саҡ үҙгәреп тороусан. Ҡышҡы иртәләрҙең береһендә (ул ваҡытта һалҡын һыу ярҙамында сыныға инем) ҡулдарымды күтәреп әйткән теләктәремде ғәрәпсә еткереү уйы тыуҙы. Ҡыҙыҡһынып китеп, элек өйрәнгән, әммә бер аҙ онотола барған алфавитҡа күҙ һалам. Һөҙөмтәлә "Фатиха", "Ихлас" сүрәләрен уҡыуға һәм ятлап алыуға өлгәштем. Артабан башҡаларын өйрәнеү ихтыяжы тыуҙы. Әхирәтем Сәғиҙәнең улы Салауат Мәскәүҙән "Ҡөрьән" алып килгәйне. Изге китапты ауырлыҡ менән уҡығандарға икеләтә сауап яҙыла, тиҙәр. Уны өйрәнгәндә килеп тыуған һорауҙар буйынса тел ярҙамы күрһәткән Сәғиҙә Ғабдрахман ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен. "Ҡөрьән"де үҙләштереү башҡа ғәҙәти китаптарҙы уҡыуҙан бик ныҡ айырыла. Һуҙынҡыларҙы белдергән айырым билдәләрҙе (хәрәкәләр), ҡуш тартынҡыларҙы күрһәткән тәшдидте, махсус туҡталыштарҙың (ваҡыф) төрҙәрен һәм башҡа бихисап ҡағиҙәне өйрәнеү мөһим. Сүрәләрҙең мәғәнәһенә төшөнөү ниәтендә иң тәүҙә, ғәҙәттә, "Ҡөрьән"дең тәфсирен (тәржемәһен) уҡыйым. Унан ғәрәп телендәге яҙмаға күсәм. Дөрөҫ уҡыу-уҡымауымды тикшереү өсөн транскрипцияға күҙ һалам. Сүрәләр тормошобоҙҙоң һәр төрлө өлкәһенә тәғәйенләнә. Мәҫәлән, "Фатиха"ны, "Ихлас"ты, "Аятел Көрси"ҙе, "Йәсин"де, Аллаһтың ризалығы өсөн уҡыуҙан тыш, башҡа ниәттә лә ҡулланыу мөмкинлеге барлығы мәғлүм. Иман юлы, егеүле аттың дилбегәһенә бушанырға юл ҡуймаған көслө ҡуллы күсер шикелле, уңға-һулға тайпылырға ирек бирмәй, тик алға әйҙәй.
Ҡайҙа барһам да, дини әҙәбиәт, календарь эҙләү ғәҙәтемә инде. Уларҙы уҡыған һайын үҙем өсөн өр-яңы мәғлүмәт алам. Баҡтиһәң, бала саҡ илендәге Ғәтиә әбейем миңә Исламдың биш нигеҙенең тәүгеһен — Аллаһ Тәғәләгә иман килтереүҙе — еткерергә теләгән. Ҡурсалап йөрөткән фәрештәләрҙең өлөшөн тормошом юлында осраған факттар менән нығытҡан. Шуны танымау мөмкин түгел: пәйғәмбәрҙәр тураһында хикәйәттәрҙе әкиәткә оҡшатып ҡабул иткәнгә күрә, уларҙың асылын аңлауҙан йыраҡ торғанмын. Әле иһә күп һынау аша үтеп тә, Аллаһ Тәғәләгә тоғро ҡалған илселәрҙең яҙмышы тураһында йотлоғоп уҡыйым. Исламдың аҫыл бағаналарының береһе — намаҙ. Был ғәмәлде 1993 йылдың яҙ башында үтәй башланым. Дөрөҫ итеп тәһәрәтләнеп, Хоҙайҙың ризалығы өсөн көн дә биш тапҡыр ҡылынған ғибәҙәт ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо уята. Ғалимдар билдәләүенсә, намаҙ уҡығанда кеше был тормоштан ситләшә һәм "йоҡа" донъя менән бәйләнешкә инә. Уның баш мейеһе яңы тыуған сабыйҙыҡы кеүек була. Был ваҡытта нейрондар араһында ыңғай бәйләнеш барлыҡҡа килә һәм ауырыуҙы тыуҙырған сәбәптәр юҡҡа сыға, тиелә. Ғәтиә әбейемдең һөйләүенсә, намаҙ, иман ҡалҡаны булыу менән бер рәттән, йәнгә, тәнгә сихәт бирә. Изге йәнле остазымдың сырхауға бирешмәйенсә, хатта 96 йәшендә ауылдағы Пәйғәмбәр тауына күтәрелеүенең сәбәбе хәҙер аңлашыла...
Мосолман ҡәрҙәштәремде Аллаһ Тәғәләгә һыйынып, динебеҙ ҡанундары буйынса йәшәргә, тормоштоң асылын Исламдан эҙләргә, ниндәй генә ауырлыҡ осрамаһын, тура юлдан барырға, изгелеккә, яҡшылыҡҡа ышанып ғүмер итергә, хәйер-доғала булырға саҡырам.


(Аҙағы. Башы 21, 28 март һандарында).


Вернуться назад