Мәҡәлә уйланырға мәжбүр итте. "Ҡоролтай"ҙың нигеҙен "ҡор", "ҡоролоу" тигән һүҙҙәр тәшкил итә. Тимәк, берҙәм көс менән ниҙер төҙөү мөһимлеге хаҡында әйтелә.
Ә бының өсөн, әлбиттә, һәр быуын вәкилдәре аңлашып эш итергә тейеш. Элек тә бит ата-бабабыҙ төрлө мәсьәләне ҡор йыйып, кәңәшләшеп хәл иткән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бындай һөйләшеүҙән йәштәр ситтә тороп ҡалмаған. Ошо хәҡиҡәтте бөгөн дә иҫтән сығарырға ярамай. Үҙең менән бер фекерҙә торған алмаш тәрбиәләнмәй икән, һәр төрлө эштең, башланғыстың киләсәге юҡ тигән һүҙ. Тимәк, Ҡоролтайға ла йәштәрҙе әүҙем йәлеп итергә кәрәк.
Милли ойошманың вәкилдәре беҙҙең районда ла бер нисә тапҡыр булды, халыҡ менән аралашты, төрлө мәсьәләне тикшерҙе. Олпат ағайҙарҙың изге сәфәрҙәр ойоштороуына ҙур рәхмәт! Шулай ҙа ошо килгән кешеләрҙең араһында Ҡоролтайҙың йәш ағзалары ла булһын ине тип теләйем. Ауыл, тел яҙмышы хаҡында һөйләшеү алып барылған осрашыуҙар киләсәк быуын өсөн әһәмиәтлерәк бит. Ике яҡтың (Башҡарма комитеттың һәм ауылдың) йәштәре бер-береһе менән яҡындан танышыр, аралашыр, алға бурыстар ҡуйыр, һөҙөмтәлә дөйөм маҡсаттар барлыҡҡа килер, эш ырап китер ине.