Ауыл халҡына ярҙам17.01.2012
Былтыр Башҡортостанда ауыл халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 345,8 миллион һум күләмендә социаль түләүҙәр бүленгән. Уларҙың 187 миллионын – федераль бюджет, ҡалғанын республика ҡаҙнаһы ҡаплаған.
Был программа буйынса 551 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Әйткәндәй, республикала, ошо программаға ярашлы, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, бала тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) бирелә торған өҫтәмә социаль түләү ҙә бүленә башланы. Республикала 227 ғаилә ошондай ярҙам алған да инде.