(Иҙел Уралов, "Каруан бер нәмәгә ҡарамай алға барырға тейеш", 2014 йыл, 7 март)
Халҡыбыҙҙың тарихынан, әҙәбиәтенән уның һәр саҡ берҙәмлеккә, теләктәшлеккә ынтылғанына бик күп миҫал килтерергә булыр ине. Бындай күркәм сифаттар, әлбиттә, киләсәктең яҡты булырына тәрән ышаныс уята.
Әйтәйек, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында милләтебеҙҙең үҙаллылығы өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булдыҡ. Халыҡтың берҙәмлеге тап шундай ваҡытта беленә лә.
Әлеге мәҡәләгә килгәндә, тап шул татыулыҡ, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт хаҡында һүҙ бара. Улар — милләттең киләсәген билдәләр һыҙаттар. "Көслө эшләгән орган булмағанға, беҙҙә берҙәмлек юҡ", — тигән Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры Рим Вәлиәхмәтов. Ә Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе бындай сараға "эшләү өсөн йүнәлеш алырға, рухи яҡтан байырға" килеүе хаҡында белдергән: үҙ-ара татыулыҡ булмағанға йөрәге әрнеүҙән әйткәндер, моғайын.
Ғөмүмән, бер-беребеҙҙе аңларға, берҙәмлеккә ынтылырға тырышһаҡ ине, милләттәштәр. Үҙ-ара ыҙғышып, бер фекергә килә алмай йәшәп, кем алға киткән?
Гөлкәй АЛЛАҒОЛОВА,
ветеран-уҡытыусы.