Һәр саҡ шаулап ултырған тайга урманы бөгөн, елһеҙ, аяҙ көндә, бөтөнләй тынып ҡалған. Тик, сатлама һыуыҡҡа сыҙай алмай, унда-бында ғына ыңғырашып ҡуйғандай. Хатта ярайһы ғына ҡалын яуған тәүге ҡырпаҡ ҡар ҡатламының да уны быйылғы ҡыштың үҙәккә үтерлек һыуығынан һаҡлап алып ҡалырға хәленән килмәй. Сөм ҡыҙыл ҡояш, хушлашҡандай, һуңғы нурҙарын һаран ғына һирпте лә ағастарҙың ҡарағусҡыл сатырҙары аръяғына йәшеренде. Ҡышҡы ҡыҫҡа көндөң күге, тиҙҙән етәсәк төн хаҡында иҫкәрткәндәй, зәңгәрһыу төҫкә инеп, ҡараңғылана башланы.
Тайгаға ҡараңғы төшмәҫ элек ҡайтып етергә ниәтләп, ҡырпаҡ ҡарҙы яра-яра, Мик исемле этем менән ҡышлау өйөнә табан ашыҡтым. Был урманда мин яңы кеше түгел тип әйтерлек. Дүртенсе йыл инде йәнлек тиреһе етештереү менән шөғөлләнәм. Яңғыҙ булырға яратам. Үҙең үҙеңә хужа булыуҙан да артыҡ нимә бар?!. Белмәйем, ни өсөндөр кешеләр араһында үҙемде йыш ҡына ят һымаҡ та итеп тоям. Ә тайгала мин һәр саҡ — үҙ кеше...
Ҡышлауға яҡыная башлағанды һиҙгән Мик, нишләптер, ғәйепле һымаҡ итеп ҡарана-ҡарана, алдан йүгерҙе.
Шуныһы һоҡландырғыс: тәбиғәт менән икәүҙән-икәү генә ҡалған әҙәм балаһында йәшәү өсөн кәрәк булған һәр төрлө тәбиғи сифаттар уяна. Кеше тәбиғәттән ниҙер өйрәнә, күп нәмәләрҙе бурысҡа алып тора, ә ул, хәс тә әсә һымаҡ, үҙ балаһына тормош өсөн кәрәк нәмәләрҙе мөмкин тиклем бирергә тырыша. Хәйер, һәр саҡ улай ҙа булып тормай шул. Әҙәм балаһы үҙ бурысын ҡайтармайынса китеп тә бара ҡайсаҡ. Әммә быныһы ҡурҡыныс түгел. Әсә — әсә инде. Тәбиғәт тә, һәр әсәләй, үҙ балаһының ҡайтарылмаған бурысын, тағы ла башҡа күп нәмәләрҙе кисереүсән. Ә бына үҙенең ҡанундарына, балаһының йөрәгенә һалынғанға ҡаршы килеүселәр өсөн ул ифрат та ҡаты, аяуһыҙ. Айырыуса тәбиғәттең үҙенә яу менән килгәндәргә төшкән ҡарғышы уларҙың киләсәк быуындары өсөн оло ҡайғыға әүерелеүе мөмкин...
Ҡышлауҙың ишегенә килеп текәлгәс кенә, үҙемдең икһеҙ-сикһеҙ уйҙарымдан айырыла алдым. Этем миңә ғәжәпләнеп ҡарағандай тойолдо, хатта үҙем дә ирекһеҙҙән уға йылмая биреп ҡуйҙым. Өйгә ингәс, һунар кәрәк-яраҡтарын өҫтөмдән һалып ташланым да киске аш әҙерләргә керештем. Мейестә янып ятҡан усаҡтың берсә көсәйеп, берсә һүрелә биреп янған яҡтыһында ашай башланыҡ. Кәрәсин наҡыҫыраҡ булыу сәбәпле, лампаны әллә ни яғырға тырышмайым, әммә һәр саҡ әҙер тотам.
Әйтеүҙе лә көтөп тормаҫтан, инде тамағы туйған Мик, ишек төбөнә шым ғына барып йоҡларға ятты. Үҙенең урынын белә ул. Мин, өҫ кейемдәремде һалмай ғына, ғәҙәтемсә, ҡулдарымды баш аҫтына яҫтап, ҡаты нарға салҡан һуҙылып яттым да уйға сумдым.
Беҙҙең ваҡытта кеше тәбиғәт менән берҙәмлеген аңлау һәләтен юғалтҡан. Шуға күрә лә уның ҡуйынына йәшәргә ҡабаттан бөтөнләйгә ҡайтыу мөмкинлегенән мәхрүм. Хәҙер ул тәбиғәттән күпмелер кимәлгә юғары ла торғандай. Әммә уның аша шул юғарылығы һәр саҡ үҙенең алдына хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр ҡуйып, ыҙа сигеүенең сығанағы булып тора. Үҙенең аңы эсендә ирекле булыуы менән бер рәттән, әҙәм балаһы һәр саҡ тәбиғәт әсирлегенә төшөү ҡурҡынысы алдында. Уға тәбиғәттең бер өлөшө лә, унан айырым да булырға яҙған. Кеше яңғыҙ ҡалғас, күңелен ҡурҡыу биләп алған. Тәбиғи бәйләнеш ептәрен өҙөп бөтөргәнгә күрә, ул тәбиғәт менән әленән-әле диалог эҙләргә мәжбүр...
Көтмәгәндә яҡында ғына оҙон, ҡурҡыныс итеп бүре олоуы ишетелде. Йән өшөткөс был тауышҡа Мик сыйылдау ҡатыш шыңшып ҡуйҙы. Мин һағайып ҡалдым. Бик тә сәйер: бүреләрҙең бер ҡасан да өйгә былай уҡ яҡынлағаны юҡ та баһа. Шул саҡ алыҫта яуаплап олоған икенсе бүренең тауышы ишетелде. Ҡабаттан тынлыҡ урынлашты.
Мик үҙенең ҡытыршы теле менән битемде ялағанға күҙемде астым. Уяныуымды һиҙеү менән этем өрә-өрә ишеккә ҡарай йүгерҙе.
— Урыныңа ят, Мик, йоҡла! — тип бойорҙом арыған тауыш менән.
Көнө буйы урман буйлап йөрөп, ныҡ ҡына йонсолған. Өҫтәүенә, быныһы тағы бик сәйер ҡылана. Эт мине тыңларға уйламаны ла, ярайһы ғына ҡысҡырып шыңшый-шыңшый, алғы аяҡтары менән шытырҙатып ишекте тырнарға кереште. Тороп, лампаны ҡабыҙырға мәжбүр булдым. Карабинымды алып, сығыу яғына ыңғайланым. Ырғаҡты ысҡындырып, ишекте тибеп астым. Тышҡа осоп тигәндәй сыҡҡан эт абалап өрә лә башланы. Һыуыҡ һауа өйөрмәһе өй эсенә бәреп инде.
“Уф, Хоҙайым, кем был?” Лампа яҡтыһында арҡаһы менән өй мөйөшөнә һырынған ниндәйҙер бер йән эйәһе күренде. Дүрт аяҡлап тороп алған да, тештәрен ыржайтып, Микты үҙенә яҡынлатмай.
* * *
Үҙен һәр саҡ бүре балаһы тип һананы ул. Ләкин ата-әсәһенән, ағай-энеһенән тәне йөнһөҙ булыуы менән айырыла ине. Башҡа бер нәмәһе менән дә ул башҡаларҙан кәм булманы.
Йыл да, урманда көндәр йылына башлау менән, ҡустылары һәм һеңлеләре тыуа торҙо. Тәүҙәрәк улар бик кескенә, хатта һуҡыр булып донъяға килә, әммә, тиҙ генә үҫеп, көндәр һалҡыная башлауға, буйға ағаларын ҡыуып етеү генә түгел, хатта уҙып китә ине. Ә инде тышта сатлама һыуыҡтар башланып, тирә-яҡ ап-аҡ булғас, ул атай-әсәйе ҡоро япраҡтар һәм үләндәр түшәгән өңдә йәшәргә ҡала. Йылы ваҡыттар килгәнсе бүреләр малайҙы ашата, йөнлө тәндәре менән йылытып, бергә йоҡлай ине. Туғандарының нисектер өшөмәйенсә, еңел генә ҡар кисеп йүгереп йөрөүе уны һәр саҡ ғәжәпләндерҙе.
Быйыл яҙ ни өсөндөр яңы туғандары донъяға килмәне. Әсәйенең ҡуйы йөндәрен ҡырау баҫты, һәм ул элекке таһыллығын юғалтты. Ә атаһының күҙҙәре йыш ҡына йәшләнеп, эренләп йөрөй, ҡасандыр көслө муйынындағы ғорур башы ергә эйелеп ҡалды. Улар инде күберәк ваҡыт малай менән бергә була, һәм ул өлкәндәр янында уйнап, шаярып рәхәтләнә. Тик бына ашау яғы һаман насарая бара. Йыш ҡына ас ҡорһаҡҡа йоҡларға ятырға тура килә. Шулай итеп, һиҙелмәй генә йәй ҙә үтеп китте. Тирә-яҡты баҙыҡ сыбар юрған ҡапланы, ә еүеш күк аяҡ аҫтына ишелеп төштө.
Бөгөн иртән тороуына ни өсөндөр бөтөнләй яңғыҙ ине. Өңдән сығып ҡарарға ла баҙнат итмәне, сөнки һыуыҡ, үҙенең күҙгә күренмәй торған тештәре менән килеп, яланғас тәнен тешләй ҙә башлағайны инде. Ҡалған ғына йылыны һаҡлар өсөн йомғаҡ һымаҡ йомарланып ятты. Малай шаҡтай ныҡ өшөп, ҡатып барғанда ғына атай-әсәйе ҡайтып инде. Шатлығынан бала уларға ташланды. Атаһы менән әсәһе бер-бер артлы уның алдына аҙыҡ һалды, һәм малай йылы итте рәхәтләнеп ашарға тотондо.
Ашап туйып алғас, бала тамағы саҡыра-саҡыра әсәһенең йылы ҡуйынына һырынды. Шул саҡ атаһы, алғы тәпәйҙәренә башын һалып, малай үҙе иҫләй алмаған үткәндәрҙе һөйләй башланы.
Уның үҙ ата-әсәһе түгелдәр икән. Был хаҡта тәүгә ишетеүе. Бынан бер нисә йыл элек уны алыҫ урында табып алғандар һәм, йәлләп, үҙҙәренең өңөнә алып ҡайтҡандар. Үҙ ата-әсәһе урманда ташлап ҡалдырып киткән, күрәһең. Ә хәҙер малайға нәҫелдәштәренә ҡайтырға ваҡыт еткән икән.
— Ниндәй нәҫелдәштәргә? — тип ғәжәпләнеп һораны бала.
— Кешеләргә, — тине әсәһе бошонҡо ғына.
Ә уға шундай ҡурҡыныс булып китте: кешеләр — бүреләрҙең төп дошманы бит! Ата-әсәһе үҙҙәре лә шулай ти торғайны ла баһа. Һаҡсылары тәбиғәт тә шулай тип өйрәтте.
— Юҡ, уларға бармайым! — тине бала ҡаты ғына.
— Беҙҙе дөрөҫ аңла, — тине атаһы, ауыр һулап. — Беҙ инде ҡартайҙыҡ һәм, ихтимал, был ҡышты сыға ла алмаҫбыҙ. Ә һинең алда — шундай оҙон ғүмер...
Сал төн ныҡ һөрөмләнеп, тирә-яҡты солғап алғас, атаһы ҡараңғы бушлыҡҡа инеп юғалды. Һуңынан уның артынса инә бүре менән бала ла китте. Һыуыҡ малайҙың тәнен ныҡлап семетергә тотондо, ә ерҙәге ҡар тәпәйҙәрен өткөләне.
— Мин бында-а-а, бында-а-а, — тип тауышланды атаһы алыҫтан.
Әсәһе, артҡы тәпәйҙәренә ултырып:
— Киләбе-е-еҙ, — тип яуапланы.
Атаһының тауышы килгән яҡҡа барҙылар. Ул ғаиләһен ҡаршы алған урында ҡырҡыу, ят еҫ һиҙелә ине. Ниндәйҙер бер ҡоролма янына эйәртеп алып килгәс, таныш булмаған насар еҫтәр тағы ла көсәйә төштө. Хәҙер инде бала һыуыҡтан да түгел, ә үҙен бөтөнләйгә солғап алған ҡурҡыуҙан ҡалтырана башланы.
— Ошонда, — тине атаһы ишетелер-ишетелмәҫ кенә. — Һин бына ошонда ултырырға тейеш.
Мороно менән еңелсә генә төртөп, малайҙы арҡаһын стенаға терәтеп ултыртты. Шым ғына илап, инә бүре лә баланың янына килде һәм, еүеш мороно менән битенә тейгеләп, сикәһен ялап алды. Шунан икеһе бер юлы тиерлек килгән яҡҡа боролоп, йән-фарман сабышып китеп барҙы.
Шул саҡ малайҙың янында ниҙер шартылданы һәм ҡоролма эсенән эт килеп сыҡты. Бала, стенаға арҡаһын ауырттырғансы терәп, тештәрен ыржайтты ла ырылдарға тотондо. Эт, алғы аяҡтарына ята биреп, уҫал итеп өрә башланы, әммә яҡын килеп, ташланырға ҡыйманы. Көтмәгәндә малайҙың өҫтөнә көңгөрт яҡтылыҡ төштө, һәм алдында донъяла иң ҡурҡҡан йән эйәһе — кеше пәйҙә булды.
* * *
Өйгә ингәс, усымдың һыҙлауына түҙә алмай, һүгенеп үк ебәрҙем. — Ух, йыртҡыс балаһы! — Буялмаған иҙәнде бысратып, ҡарағусҡыл ҡан тамыҙған яраны бәйләргә тотондом.
Ә теге йән эйәһе, ҡараңғы мөйөшкә һырынып, өйҙәгеләрҙе иғтибар менән күҙәтте. Мик та ишек төбөндә ултырған килеш дошманын бер секундҡа ла күҙ уңынан ысҡындырманы.
Таң алдынан ғына тыныс булмаған йоҡоға сумдым. Таң беленә башлауға, өй эсе ярайһы ғына һалҡынайҙы. Бәләкәй генә тәҙрә һәр төрлө ғәжәйеп биҙәктәр менән ҡапланды.
Яҡтырғас, тамам уянып, ҡулыма ҡараным. Бинт аша үтеп сыҡҡан ҡаны кибеп ҡатҡан. Бер аҙ кәйефем төштө, сөнки һунар бер нисә көнгә туҡталасаҡ.
Мөйөштә ҡыштырҙаған тауыш ишетелде. Тик ошо мәлдә генә, яҡыныраҡ килеп, был йән эйәһенең әҙәм балаһына ныҡ оҡшаған икәнлеген абайланым. Ҡаршыһына килеп, сүкәйеп ултырҙым да, уның маңлайын һәм күҙен ябып торған оҙон сәс шәлкемен ситкәрәк һыйпап ҡуйырға ынтылдым, әммә, теге кинәт тештәрен шығырҙатҡас, ҡулды ҡапыл кире тартып алдым:
— Ә һин бөтөнләйгә ҡырағай икәнһең дә баһа!
Бөтә тәне сыйылып, сиҡан, ҡутыр менән ҡапланған, ойҡашып бөткән оҙон сәсле, һаҫыҡ һулышлы, бысраҡ был ҡырағай баланың тештәре һынғылаған, тырнаҡтары бүренеке һымаҡ оҙон һәм бөгөлә биреберәк тора. Физик яҡтан ярайһы ғына үҫешкән был малай, үҙен ҡырағай йәнлектәрсә тотоп, ирке һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшә ине...
Бер тәүлек буйына был кейек-кешене ризыҡ ярҙамында йәлеп итергә маташтым. Ахырҙа, теге бер аҙ ипкә килә башлағандай булды.
“Табылдыҡ” тигән исем алған был бала һөйләшә лә белмәй, тик кейектәргә хас тауыш сығарып ырылдай ғына ине. Икенсе тәүлектә генә, бер аҙ өйрәнеп, мине эргәһенә яҡынлата башланы. Малайға яҡынса 10–12 йәш икәнлеген асыҡланым.
Бөтә ҡылығы фәҡәт бүреләрсә булған был табылдыҡ бала һәр саҡ дүрт аяҡлап йөрөй ине. Күрәһең, бүреләр араһында тәрбиәләнеп үҫкән. Төн уртаһында ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөй торғас, кинәт кенә уның тәҙрә янына килеп ултырып, айға ҡарап олоп ебәреүе фаразымды тағы бер раҫланы.
Хәҙер инде көндәр буйы тип әйтерлек, Табылдыҡ менән булашып, уны бәләкәй бала кеүек итеп ҡарай башланым. Хужаһынан күрмәксе, Мик та уның менән дуҫлашырға маташып ҡарағайны, әммә тегеһе этте үҙенә яҡын да ебәрмәне.
Бер аҙна үткәс, таң алдынан мине эт тауышы уятты. Мөйөштә йомарланып ятҡан Табылдыҡтың янына ултырып алып, Мик ныҡ олой ине. Йүгереп барып, инде боҙҙай һалҡынайған, ҡатып барған баланы күтәреп алдым.
...Туң ерҙе көскә соҡоп, ҡәбер ҡаҙып, ҡырағай малайҙы кискә табан ғына ерләп ҡуйҙым.
Тайга, ахырҙа, тамам туңды. Мигымды эйәртеп, ғәҙәтемсә, ҡапҡан һәм тоҙаҡтарҙы тикшерергә киттем. Аяҡ аҫтында емелдәшкән ҡар бөртөктәре баҫҡан һайын кертелдәп ватыла ине...
“Үҙенекенән ятты айырмаймы икән әллә бүре? — тип уйландым мин. — Улай тиһәң, йәнлектәр инстинкты хатаһыҙ. Инә бүре юҡҡа ғына әҙәм балаһын имеҙә һалмаҫ та ул. Сәйер. Кешелек донъяһынан бөтөнләйгә айырылған бала шул уҡ ваҡытта кешеләргә хас бер нәмәгә лә үҙаллы ирешә алмай. Әллә хайуандар инстинкттан да өҫтөн була аламы икән? Бәлки, улар кешелеклелек ҡануны буйынса йәшәйҙер?”