“Аргументы и факты”-Башкортостан” гәзитенең быйылғы 14-се һанында “Вәлиди йәки Фрунзе” тигән мәҡәлә донъя күргәйне. Ундағы фекерҙәргә битараф ҡала алманым.
Мәҡәлә авторы ҡайһы бер граждандарҙың Өфөлә Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл юҡлығына ҡәнәғәтһеҙлек белдереүен әйтә һәм монумент булмаясаҡ тип уйлауын еткерә. “СССР-ҙың вариҫы булған Рәсәйҙә бындай мәсьәләне күтәреү перспективаһыҙ”, тигән фекерҙә ул. “Зәки Вәлидигә һәйкәлде, мәҫәлән, әле ГТО системаһының тергеҙелеүе менән бәйләп булмай”, — тип белдерә автор.
Өфөләге Зәки Вәлиди урамын киренән “Фрунзе”ға әйләндереү йәһәтенән тарихсылар һәм йәмәғәтселек араһында, йәнәһе, фекер алышыу барыуы хаҡында ла әйтелә. “Фрунзе иптәш күп ҡаҙанышы менән билдәле”, — ти автор һәм, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән бер төркөмдөң тупланып, совет тарихын, уның символдарын ҡайтарыуҙы талап итеү, һөҙөмтәлә Зәки Вәлиди урамының элекке исеме тергеҙелеү ихтималлығын билдәләй.
Үрҙә телгә алынған баҫманың сираттағы провокацияға тоҫмалланған мәҡәләһен нисек баһаларға, хөрмәтле йәмәғәт?