Һәйкәл мәсьәләһе яңынан ҡарала04.04.2014
“Башҡортостан”дың аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, зыялыларыбыҙҙың гәзиттә донъя күргән мәҡәләләрендәге төп фекерҙе — Өфөлә Әхмәтзәки Вәлидигә ҡуйыласаҡ һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс һөҙөмтәләре менән ризаһыҙлыҡты — ҡеүәтләп, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә хат яҙғайны. Ошо көндәрҙә уға яуап алынды.

«Был мәсьәлә буйынса республиканың Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт иттек, — тиелә хатта. — Финанс сығымдарын файҙаланыу мәсьәләһе һәм һәйкәл проекты буйынса башҡарылған эштең күләмен анализлау йәһәтенән комиссия булдырыу зарурлығын билдәләнек. Республиканың Мәҙәниәт министрлығына һәйкәлдең иң яҡшы проектын һайлау буйынса яңы комиссия составын раҫларға һәм был эште атҡарыу йәһәтенән Рәсәй кимәлендә асыҡ конкурс иғлан итергә тәҡдим яһалды».


Вернуться назад