Робағиҙар04.04.2014
Төштәремдә осам мин бейектә,
Шиғырҙарым яңғырай ҙур йөрәктә.
Шул төштәрҙән айнып сығып киләм –
Ауыр ҡанаттарым менән бергә.
* * *
Иртәнге дәрт менән уянам,
Хәлиф һымаҡ мин үҙемде тоям.
Мөхәббәтле йәнемде усҡа алып,
Алтын шиғыр итеп ҡоям.
* * *
Ҡараңғыла, кеше күрмәгән саҡта
Гонаһлы уй булһа туң башыңда,
Онотма: күктә балҡый ай ҡылысы,
Хоҙай тота уны үҙ ҡулында.
* * *
Тормош камиллығын төндән эҙләп
Йондоҙҙарға мин ҡараным төбәп.
Тик мөхәббәт был шаршауҙы аса,
Фән донъяһы бирә яуап эҙләп.
* * *
Кемдер эсә шарап, кемдер бал ҡапҡан.
Ғалим йоҡлай алмай, ул уйҙарға
батҡан.
Эйе, Хоҙай беҙҙе бер балсыҡтан
тапҡан,
Ләкин һәр кешегә күктә йондоҙ таҡҡан.
* * *
Тота беләм үҙемде,
Тота беләм һүҙемде.
Тик өсөнсө касанан һуң
Бирһен Хоҙай түҙемде.
* * *
Мине мыҫҡыл итеп хурлайһың,
Бер нәмәне һин аңламайһың:
Бөркөт булып осам мин бейектә –
Бер бөртөк ҡанатыма ла һин
тормайһың.
* * *
Иртән торһам, ишетһәм бейектән аҙан,
Доға ҡылмайым – мин шиғырҙар яҙам.
Миңә Хоҙай ҡушҡандыр тереләй был
ғазап –
Һөйәркәмде ташлап, ҡулға ҡәләм алам.
* * *
Шиғыр яҙҙым төн туҡтамай,
Шиғыр һуҡыр тин дә тормай.
Шайтан һул иңемдә илай,
Уң яҡта фәрештә йоҡлай.
* * *
Минең шиғырҙарым ҡанундарҙы вата,
Шарап көршәктәре ижадты уята.
Аңлағыҙ, дуҫтарым: юҡ ен-пәрей
бында,
Һәр көршәк төбөндә бер робағи ята.
* * *
Хур ҡыҙҙары мине бик ярата,
Ҡунаҡтарға шарапты тарата.
Был йоҡонан уянғы ла килмәй,
Инде осто төшөм, таң да ата.