Аҡъярҙың үҙәк майҙанында теҙелгән тиҫтәгә яҡын өр-яңы техника барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Республика һәм район ҡаҙнаһы иҫәбенә алынған 14 миллион һумлыҡ өр-яңы техника асҡыстарын тапшырыу сараһын күрергә кеше күп йыйылды.
— Халыҡ яҡшы йәшәһен һәм эшләһен өсөн тәү сиратта шарттар тыуҙырыу мөһим, — тип билдәләне үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин. — Шуға күрә ҡайтарылған өр-яңы техника киләсәктә халыҡҡа хеҙмәт итер, райондың үҫешенә үҙ өлөшөн индерер тип ышанам.
Район үҙәк дауаханаһы яңы, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған реанимобиль асҡыстары алды. Ауыр хәлдәге ауырыуҙарға беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, уларҙың хәлен тейешле кимәлдә күҙәтеп, алыҫ юлда оҙатып барыу мөмкинлеге биреүсе өр-яңы “ашығыс ярҙам” машинаһы алыуҙарына дауахана хеҙмәткәрҙәре ифрат шат. Шулай уҡ райондың иң йыраҡ ауылдары Әбеш һәм Аҡъюлда йәшәүселәрҙе һөйөндөрөп, ошо ауылдарҙың хакимиәт башлыҡтары Таһир Юнысов менән Илһам Ҡаҙаҡбаевҡа “ашығыс ярҙам” автомашинаһы асҡыстары тапшырылды.
“Торлаҡ-коммуналь сервис” һәм “Коммунальщик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән алты берәмек техника бирелде. Киләсәктә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуймай, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта, техниканың һәр ваҡыт сафта булыуына ярҙам итәсәк ул.
Шулай ҙа тантаналы сараның иң тулҡынландырғыс мәле етем балаларға фатир асҡыстарын тапшырыу булғандыр. Уларҙың ҡайҙа йәшәргә теләгәндәрен иҫәпкә алып, райондың Татыр-Үҙәк, Бүребай һәм Аҡъяр ауылдарында төҙөлгән йорттарҙан барлығы биш фатир асҡысы тапшырылды. Ағалы-ҡустылы Фәрғәт менән Денис Йәнтүриндәр, Гөлнара менән Дим Юлгилдиндар, Луиза Юлмөхәмәтова, Лилиә Хунафина, Наталья Миногина йортло булды.
Бүребайҙан ике бүлмәле фатир асҡысы алған Гөлнара Юлгилдина, ҡустыһы Дим, бала саҡтан уларҙы тәрбиәләп үҫтергән өләсәләре Ғәлиә Солтанова менән бергә йәшәйәсәкбеҙ, ти. Ҡыҙ Сибай ҡалаһының педагогия колледжын тамамлаған. Тағы ла яңы һөнәргә эйә булыу маҡсатында, Аҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһында уҡыуын дауам итә. Киләсәктә Бүребайға ҡайтып, эш табып, шунда йәшәргә хыяллана.
К. ИШБУЛДИНА.
Хәйбулла районы.