Кәңәшсе04.04.2014
Кәңәшсе
Ауылда Хөббитдиндең ҡатынына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Үҙе уңған, донъя көтөргә тырыш, олоһона ла, кесеһенә лә ҙур ихтирам менән ҡарай. Шул тиклем тәртипле һәм тәүфиҡлы. Иренең бәхетле булыуын да ҡатынына бәйләп ҡуялар, сөнки Хөббитдин ялҡауыраҡ.

Эй маҡтайҙар, эй данлайҙар
Хөббитдиндең кәләшен.
Ул бисәне һайлап алған,
Тотоп дуҫтар кәңәшен, —
тип һамаҡлайҙар ауылда.

Күрәһең, "кәңәшсе" тигән төшөнсә элек-электән йәшәп килгән, хатта донъя көтөүҙә, йәшәү серҙәренә өйрәтеүҙә лә әһәмиәтле һаналған. Ҡыҙ йәки егет, ир йәки бисә һайлағанда ла ата-әсә күршеләренә, туғандарына барып фекер һорар булған.
Колхоз рәйесе ҙур бурысҡа, мәҫәлән, яҙғы баҫыу эштәренә тотонор алдынан ауыл ҡарттарын йыйып һөйләшкән, уларҙың тормош тәжрибәһенә таянған. Хәҙер иһә шул күмәк кешенең аҡылын берәү туплап ала ла ҙур түрәнең яҡын кәңәшсеһенә әйләнеп китә.
Сәфәрғәле күптән түгел, шул кәңәшселәр ҡоронда булып, уларҙың уй-фекерен тыңлап ултырҙы. Бер кәңәшсе рәйестән һүҙ һөйләргә рөхсәт һорап баҫты ла:
— Иптәштәр, кәңәшсе булыу — ифрат ауыр һәм яуаплы вазифа. Уны башынан үткәрмәгәндәр генә аңламай, — тине. — Бына минең түрәм — нефтсе. Әммә уға ауыл хужалығын етәкләүҙе йөкмәткәндәр, ошо өлкәне алға сығарырға тейеш. Бензинды кәрәсиндән бер еҫкәүҙән айыра, хатта сортын, сифатын да әйтеп бирә. Әммә ауыл хужалығында — ләм-мим. Арпаны һолонан айыра белмәй. Бер көн фермала булғайныҡ. Һауынсыларҙы йыйып алды ла: "Күрәһегеҙме, һәр кемдең һыйыры ошондай һимеҙ, елене ергә тейеп торорлоҡ булһын", — тип ҡыҙҙырып алды. Ферма мөдире уның ҡолағына ғына: "Был һыйыр түгел, ә тоҡом үгеҙе", — тип төҙәтергә ашыҡты. "Үгеҙ түгел черт булһын, һөт менән күнәк тулһын", — тип түрә үҙенекен һөрҙө. Кәңәшсеһе янында булмаһа, ни менән барып бөтөр ине был ваҡиға? Тимәк, беҙ кәрәк.
— Мин кәңәшселәрҙең ауыр яҙмышын уртаҡлашам, уларҙың тормошо өсөн йәрәгем әрней, — тип йөпләп алды мыҡты кәүҙәле, тулы битле бер бәндә. — Минең түрәмдең бер нисә кәңәшсеһе бар, сөнки ул бит ҙур вазифа биләй. Түрәнең үҙенә уйларға ла ваҡыт ҡалмай. Һәр эштең барышын һәм һөҙөмтәһен кәңәшсе хәл итә лә уның өҫтәленә һала. Маҡтау — түрәгә, эш башҡарыу һәм яуаплылыҡ — кәңәшсегә. Беҙ — донъяның тотҡаһы.
Сәфәрғәле үҙенең бер түрәгә йомош менән инеүе хаҡында һөйләп алды:
— Учреждениеға барҙым, исеме яҙылған ишекте шаҡыным, инегеҙ, тигән тауыш ишетелде. Баҡһаң, түрә кабинеты алдындағы бүлмәлә уның кәңәшсеһе ултыра икән. "Йә, ағай, ни йомоштар ташланы беҙҙең яҡтарға? Йәшермәй генә бәйнә-бәйнә һөйлә лә ҡағыҙға төшөр шул уйҙарыңды. Бәлки, үҙем дә хәл итермен һинең йомошто. Әгәр түрәнең үҙен күрергә теләһәгеҙ, 15-20 көндән килерһегеҙ, ваҡытын ҡағыҙға яҙып бирермен. Тик иҫкәртеп ҡуям: үҙегеҙҙе тыйнаҡ, аҡыллы тотоғоҙ, тауыш күтәрмәгеҙ, түрәнең һүҙен йыҡмағыҙ, “эйе-эйе” тип йөпләп тороғоҙ, "ярай" тип баш ҡағығыҙ. Ул шундайҙарҙы ярата, күңеле тартмағанды иһә кире бора ла ҡуя.
Дөрөҫөн әйткәндә, уның исеменә яҙған ҡағыҙығыҙ хәл итеү өсөн барыбер миңә сыға. Күрәһеңме: өҫтәлдә күпме улар! Шуларҙың һәр береһенә мин үҙ фекеремде яҙырға мәжбүр булам. Унда бит "Кәңәшсем, һинең ҡарамаҡҡа сығарам, аҫтына резинкаға уйылып ҡуйылған ҡултамғамды һалырға онотма" тип яҙылған. Күпме кеше яҙмышы — минең ҡулда. Кеше иткән дә, эт иткән дә мин, йәғни кәңәшсе. Түрә исеме — эш хаҡы алыр өсөн генә, яуаплылыҡ, йомошто хәл итеү — кәңәшсе ҡулында", — тип бармаҡ шартлатып ҡуйҙы.


Вернуться назад