"Ву-у-ун, Люня" Ауыл фермаһында һауынсы булғанда Мәликә инәй менән бергә мәрйә әбей ҙә эшләгән. Инәй урыҫса "дә", "нит" тигәндән башҡа бер һүҙ белмәй, тиһәң дә була. Һөйләгәндә лә аптырап тормай, улай-былай ҡулдары менән күрһәтеп, ҡысҡырып башҡортса әйтә, аңлаһа аңланы, аңламаһа юҡ, тигәндәй...
Ҡыштың матур бер айлы кисендә был ике әхирәт, фермала эште бөтөрөп, һыйырҙарҙы бикләп, ҡайтып килә икән. Мәрйә әбей арҡаһына тоҡ менән һоло йөкмәгән, Мәликә инәй, иһә ҡулына бер биҙрә һөт тотҡан. Бер аҙ барғандан һуң Мәликә инәй, һүҙҙе нимәнән башларға белмәй, күктәге тулы айға ҡарай ҙа, юлдашына төртөп: "Ву-у-ун, Люня!" — ти икән. Теге әбейҙең күҙҙәре дүрт була. Улай-былай тирә-яғына ҡарай ҙа бер соҡорораҡ ергә тоғон ташлай ҙа, йүгереп килә һалып, Мәликә инәйҙең дә биҙрәһен алып, ситкәрәк ҡарға батырып ултырта. Инәй, эштең нимәлә икәнен төшөнөп етмәгәс: "Ыштыу, ыштыу ислушилась?" — тип һорай икән. "Все вроде успела спрятать", — тип саҡ әйтә ти теге мәрйә. "Зәшим?" "Как зачем, сама же говоришь, что Ленька идет", — ти икән тегенеһе. Ә Ленька тигәне ферманың бригадиры, имеш.
Розалия АМАНБАЕВА.
Сынбулат менән Алла Көҙөн Сынбулат Һаҡмар аша боҙ өҫтөнән аръяҡҡа сығып барған. Үҙе: "Ошо йылғаны имен-һау сығып етһәм, аҡ ҡорбан салыр инем, Аллам!" — тип һөйләнә икән. Сығып етәрәк инде тәкәһе йәл булып киткән: "Шуның өсөн генә ҡорбан салып тормам инде", — тигән икән был. Шул арала боҙ шытырҙай башлаған.
Сынбулат ҡурҡышынан: "Эй, Аллам, шаяртҡанды ла белмәйһең!" — тип ҡысҡырып ебәргән, ти.
Ҡар Беҙҙең яҡтарҙа ике кеше һүҙгә килешкән. Янсаф Усманға: "Һинең атайың һаран, унан ҡышын ҡар ҙа һорап алып булмай", — тигән дә үҙ юлынан киткән. Усман бик эскерле кеше булған, үҙе тракторҙа эшләгән.
Бына ҡыш үтеп, яҙ ҙа еткән. Урамдар бысрап, ҡар ҙа унда-бында ғына ҡалған. Ләкин Усман Янсаф менән һүҙгә килешкәнен онотмаған. Трактор арбаһын тултырып бысраҡ ҡар тейәткән дә Янсафтың кибеп килгән ихатаһына алып барып ауҙарған. "Бына һиңә, Янсаф, ҡар алып килдем, атайым ебәрҙе", — тигән, ти.
“Бына — ер, ана — һыу!” Искәндәр ҡарт, пенсияға сыҡҡас, осон-осҡа ялғап автомобиль алған. Машинаһында үҙе генә йөрөй икән, бер ҙә әбейен ултыртмай, ти. Мәстүрәһе, түҙмәйенсә, бер көндө: "Үҙең генә тик йөрөйһөң, мине лә ултыртып, ер-һыу күрһәтеп алып ҡайтыр инең, ҡарт", — тип һуҡранған.
Бер мәл Искәндәр ҡарт: "Ултыр, әбей, машинаға, ер-һыу күреп ҡайтырһың", — ти икән. Мәстүрә әбей ҡыуанып, кереп ултырған. Бабай ауыл осондағы йылға ярына туҡтаған. Әбейҙе төшөрөп: "Бына — ер, ана — һыу! Хәҙер ҡайтып, өйҙә эшең менән бул", — тигән дә ары елдергән. Мәстүрә әбей аптырап, илай-илай ҡайтып киткән, бахыр...
Тәлғәт ҠУНАҠОВ.
"Бесәндә ятмайым" Боронораҡ кеше бесәнде ҡырҙа ҡуна ятып кинәнеп эшләр булған. Заманында техникаға ҡытлыҡ үҙе быны талап иткәнме, әллә әҙәм балаһының күңеле саф һауаға, тәбиғәткә тартылғанмы — бар ауыл йәй уртаһында урманда ятҡан.
Шулай бер ваҡыт Абдулла олатайым бесән йыйып йөрөһә, үтеп барған берәү:
— Бесәндә ятаһыңмы, Абдулла ағай? — тип һораған. Шаян олатайым, йөҙөнә етди ҡиәфәт сығарып, ҡаштарын йыйыра биреп:
— Юҡсы, алама ғына булһа ла, түшәгем, ямаулы булһа ла, юрғаным бар — бесәндә ятмайым, — тип яуап биргән, ти.
Хәҙер ул ауылда юҡ-бар һорау бирһәң, бесәндә ятмайым, тип яуаплайҙар.
Айгөл ҮТӘГӘНОВА.