Өҫтәлдә — “Башҡортостан”04.04.2014
Өҫтәлдә — “Башҡортостан”
Сибай ҡала типографияһы хеҙмәткәрҙәре “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһында дәррәү ҡатнашты. Заманса матди-техник базалы был полиграфия предприятиеһында Сибай ҡалаһының, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарының гәзиттәре баҫыла.

Типографияла башҡа төр эштәр ҙә атҡарыла. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта башҡорт телендәге ҡотлау открыткаларына, дипломдарға, баннерҙарға заказ биреүселәр күп.
— “Башҡортостан” гәзите менән бала саҡтан уҡ бәйләнештәмен тип әйтә алам. Хәтеремдә, атайым беҙҙе һәр кис йыйып ултыртып, “Совет Башҡортостаны”н ҡысҡырып уҡый торғайны. Унан алдараҡ өлгөрәйек тип гәзиттең килеүен көтөп ала инек. Шул саҡтан алып баҫманан айырылғаным юҡ. Етәксе булып төрлө урында эшләргә тура килде, ә “Башҡортостан” гәзите — һәр саҡ өҫтәлемдә. Әле лә замандан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ, республика тормошо менән ҡыҙыҡһынабыҙ, хәл-ваҡиғалар барышын күҙәтеп барабыҙ. Тап ошо маҡсатта типография хеҙмәткәрҙәре менән баҫмаға дәррәү яҙылдыҡ та инде, — ти уның директоры Булат Абдрафиҡов.
Булат Кәшфулла улының һүҙҙәренә ҡеүәт өҫтәп, артабан да берҙәм коллективтың яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеүен, төбәктәге полиграфия предприятиеларының алдынғыһы булып ҡалыуын теләйбеҙ.


Вернуться назад