Беҙҙәге белем биреү учреждениелары 74 дана “Башҡортостан” гәзитенә яҙылған. Төп милли баҫмабыҙҙы һәр мәктәптә, балалар баҡсаһында көтөп алалар.
Йөкмәткеһе йылдан-йыл байый барған, биҙәлеш яғынан да үҙенә тартып торған “Башҡортостан”һыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Республикабыҙҙағы мөһим ваҡиғаларҙы башҡорт телендә даими яҡтыртып барған гәзит балалар, уҡытыусылар, ата-әсә өсөн айырыуса кәрәкле: уны дәрестә, класс сәғәттәрендә, төрлө тәрбиәүи сараларҙа ҡулланыу отошло. “Тубырсыҡ” махсус бите иһә — мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн бынамын тигән “өҫтәл китабы”.