Һәр ауылдың үҙенә күрә бер етәкләүсеһе, ойоштороусыһы, халыҡ мәнфәғәте, төбәктең тормошо менән ҡайнап йәшәгән кешеһе була. Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан Исрафил Рәхмәтулла улы Йәнсәйетовты шундайҙар рәтенә индерер инем.
Тыуған еребеҙ — Белорет районының Абҙаҡ ауылы — Күбәләк ырыуына ҡарай. Әбйәлилдең бер нисә ауылы ла ошо ырыуға инә. Беҙ элек-электән аралашып йәшәйбеҙ, ут күршеләребеҙҙең уңышына ҡыуанабыҙ, бергәләп матур саралар үткәрәбеҙ.
Бына яңыраҡ Абҙаҡ ауылы старостаһы Рәфҡәт Нәжметдинов:
— Рәхмәткә бараһыңмы? Күбәләк ырыуы вәкилдәренең осрашыуы була, — тигәс, ҡуш ҡуллап риза булдым.
Эшләгән урындан, ауыл китапханаһынан, ырыуыбыҙға ҡағылышлы материалдарҙы алдым да Рәхмәт ауылына юлландым.
Баҡтиһәң, унда Күбәләк ырыуы ауылдары араһында волейбол ярыштары үткәрәләр икән. Осрашыуҙа Белорет районының Абҙаҡ, Учалының Оҙонкүл, Әбйәлилдән Байым, Оло Ғәбдин, Туйыш, Аһылай, Яйҡар ауылдары командалары, ә Рәхмәттән өс төркөм ҡатнашты.
— Волейбол уйнарға килгән егеттәр алдында ырыу тарихын һөйләп тороп булмаҫ та, — тип әйткәйнем, ойоштороусы ҡаршы төштө:
— Ырыуҙаштар осрашҡан ерҙә бик урынлы булыр, таныштырып үтһәгеҙ, — тине.
Ысынлап та, урындағы мәктәптә лә, мәҙәниәт йортонда ла бындай материал булмай сыҡты. Мин дә үҙемдең бик кәрәкле, дәрестәрҙә ҡуллана торған тарихи материал менән ярҙам итеүемә ҡыуандым.
Был файҙалы сараның ойоштороусыһы кем булыуы менән ҡыҙыҡһындым. Исрафил Йәнсәйетов икән. Уның менән әңгәмәләшеп алырға форсат тейҙе. Шундай шат йөҙлө, итәғәтле, ауыл тормошонда бына инде 24 йыл ҡайнап йәшәгән депутат ул.
...2009 йыл. Грузия — Көньяҡ Осетия болаһында хәрби бурысын үтәгән Яйҡар ауылы егете Венер Шаһимырҙанов ҡаты йәрәхәтләнә, шунан арыулана алмай, яҡты донъянан китеп бара. Ауыл депутаты район түрәләренең тупһаһын күп тапап, батыр егет уҡыған Рәхмәт ауылы мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙыртыуға өлгәшә. Шул йылдан алып Венер Ҡунаҡбай улы иҫтәлегенә ауылдар араһында волейбол уйындары үткәрәләр. Был инде күркәм йолаға әүерелгән. Хәҙер Рәхмәт ауылының үҙендә генә өс төркөм уйнай. Алтмышты үткән Раят Фәйзуллин, Юлай Баһауетдинов, Салауат Хәйҙәров бик әүҙем ҡатнаша.
Күләмле сараны ойоштороу яғын уйлаһаң ғына ла, күпме йүгерергә, күҙгә күренмәгән ваҡ-ваҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк!
Исрафил Рәхмәтулла улы һүҙен йыҡмай, ярҙам иткәндәргә бик рәхмәтле. Ошо сараны үткәреүҙә матди ярҙам иткән бағыусылар Ғаяз Хажин, Миңзәлә Хисаметдинова, Рөстәм Ибраһимов кеүек уңғандар тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте ауыл депутаты.
Бер уйлап ҡараһаң, барлыҡ саралар ҙа халыҡ, ауыл йәштәре өсөн үткәрелә бит. Ә депутат сарыф иткән ваҡыты, тырышлығы өсөн нимә ала һуң? Ундай кешеләр, теләгән уйҙары тормошҡа ашһа, ауыл йәнләнһә, йәштәр буш ваҡытын файҙалы үткәрһә, эскелектән ары торһа, ҙур ҡәнәғәтлек менән халҡына ярҙамын дауам итә. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән ҡатыны Гөлниса Әнүәр ҡыҙы ла, балалары ла кәрәк саҡта терәк була икән өлгөр ғаилә башлығына.
Әйткәндәй, былтыр Рәхмәт ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп, 200 мең һумлыҡ призға лайыҡ булды. Был эштә лә Исрафил Рәхмәтулла улының тырышлығы ҙур.
Әле лә депутат йәштәр буш ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн ярыштар ойоштороу, юлды ҡарҙан таҙарттырыу, электр сымдарын алмаштырыу, ауылдың үҙендә янғын һүндереү машинаһын булдырыу, хатта уның өсөн гараж төҙөтөү кеүек эштәр менән мәшғүл.
Йомғаҡлап шуны әйтке килә: халҡына тиҫтә йылдар буйы тоғро хеҙмәт иткән, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, ауылдаштары тип өҙөлөп торған ауыл Советы депутаттарына Хөкүмәттең дәртләндереү сараһы булһа ине.
Сәлиә Мәхмүтова,
ауыл китапханаһы мөдире.