Әҙерлек тикшерелде04.04.2014
Ике йыл элек районда яҙғы ташҡын ҙур шау-шыу тыуҙырғайны. Шуға күрә бында әле ошо тәбиғи ҡазаға юл ҡуймау йәһәтенән байтаҡ сара күрелә.

Йәрмәкәй ауылындағы төп майҙанда техник ҡорамалдарҙың, кәрәк-яраҡтың әҙерлеге тикшерелде. Унда ауыл биләмәләре башлыҡтары, янғын һүндереү бүлеге, башҡа хеҙмәттәр вәкилдәре ҡатнашты.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса район комиссияһы рәйесе, хакимиәт башлығы урынбаҫары Илшат Райманов көстәрҙең һәм сараларҙың әҙерлеге тураһында хәбәр итте. Бер-бер хәл була ҡалһа, комиссия 70 кешене, 26 берәмектән ашыу техниканы, 17 йөҙөү ҡулайламаһын эшкә йәлеп итәсәк. Ҡош-ҡортто урынлаштырыу өсөн махсус урындар әҙерләнгән. Һыу кимәлен үлсәү хеҙмәттәренең дежурлығы ойошторолған.
Район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов биләмә башлыҡтарына тростар һатып алыу, мотопомпаларҙы тикшереү, ҡотҡарыусыларҙы махсус кейем-һалым менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Электр һәм газ хеҙмәтенә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡты ойошторорға ҡушылды. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә ихаталарҙы боҙҙан таҙартырға, һыуҙың ағышын тотҡарлаған сүп-сарҙы йыйырға тәҡдим ителде.




Вернуться назад