Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте04.04.2014
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире Лагно Ольга Леонидовнаға — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы”, ғилми эшмәкәрлектәге хеҙмәттәре өсөн техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының Нефтте химик эшкәртеү институты директоры Теләшев Эльшад Ғүмәр улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

* * *
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Өфө ҡалаһының “Геркулес” Олимпия резервындағы 6-сы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Пегов Валентин Алексеевич — Салауат Юлаев ордены, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусылары Әбүбәкирова Юлиә Эмиль ҡыҙы һәм Ҡадиров Ринат Ғаяз улы, Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы 15-се махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Соболева Алена Игорьевна, Башҡортостан Республикаһының Каратэ федерацияһы инструкторы Ширяев Глеб Александрович — “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, Өфө ҡалаһының “Геркулес” Олимпия резервындағы 6-сы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторҙары Әхмәтов Рөстәм Рәшит улы, Беданоков Заур Байзетович, Сидоров Михаил Александрович, Тимашева Лиана Марсельевна, Башҡортостан Республикаһының Каратэ федерацияһы спортсыһы Нуғаев Искәндәр Фларит улы, Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы 15-се махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Седова Анастасия Юрьевна, ошо уҡ мәктәптең тренер-уҡытыусылары Соболев Дмитрий Юрьевич һәм Щербий Эдгар Владимирович Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде; Стәрлетамаҡ ҡалаһының Олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Зубков Юрий Владимировичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад