Быйылғы ташҡында Өфөләге 454 торлаҡ йортто һыу баҫыуы ихтимал. Баш ҡала хакимиәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә Граждандарҙы һаҡлау идаралығы начальнигы Александр Сопин ошо турала хәбәр итте.
Гидрометеорология хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһының иң юғары кимәле 670-770 сантиметрға етһә, Өфө йылғаһыныҡы — 710-810, Димдеке 610-710 сантиметр тәшкил итәсәк. Баш ҡаланың Ленин һәм Киров райондарында шәхси йорт ихаталарын һыу баҫыуы мөмкин. Мәҫәлән, был зонаға Затон биҫтәһендә — 189, Нижегородкала 83 йорт инә. Козарез биләмәһендә автомобиль юлы, Кооператив яланында 133 йорт, Тын пристандә 49 йорт, Дим йылғаһы ташыу һөҙөмтәһендә урмансылыҡҡа илткән юл, баҡсасылыҡ ширҡәттәре зыян күреүе ихтимал.
Кузнецов затонында ташҡынға юл ҡуймау маҡсатында ваҡытлыса дамба төҙөлгән. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 20 марттан ташҡынға ҡаршы ҡала һәм район комиссиялары, 19 штаб, 11 күҙәтеү посы эшләй, 6 мең кешене урынлаштырырлыҡ 53 пункт асылған. Һыу кимәле ҡырҡа күтәрелһә, халыҡҡа электр сиренаһы, ҡотҡарыу хеҙмәтенең ҡулайламалары ярҙамында хәбәр ителәсәк.