Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы-2014” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы башланды. Төбәктәге иң яҡшы уҡытыусыларҙың алтын фондына эләгеү хоҡуғын алыу өсөн быйыл 117 кеше көс һынаша.
Педагогик оҫталыҡ бәйгеһен асыу тантанаһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, бындай бәйгеләр иң яҡшы уҡытыусыларҙы, иң яҡшы практиканы асыҡларға мөмкинлек бирә. Үҙенсәлекле педагогик тәжрибә бөртөкләп йыйыла, унан һуң ғына республикабыҙҙың, тотош Рәсәйҙең мәғариф системаһына күсә. Беҙ уртаҡ эш башҡарабыҙ — Башҡортостандың, Рәсәйҙең ысын граждандарын тәрбиәләйбеҙ.
Баһалау комиссияһы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, комиссия ағзалары бындай эш менән тәүгә шөғөлләнмәй, шулай ҙа еңеүсене билдәләүгә бәйле тулҡынланыу кисерә, әлбиттә. Музыканы сәнғәттең иң юғары нөктәһе, тип атайҙар, әммә педагогтың эшмәкәрлеге лә — һөнәр һәм сәнғәт ул. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың бурысы — ошо һөнәрҙе ниндәй дәрәжәлә үҙләштереүен күрһәтеү.
Асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр һәм фекер алышыу йомғаҡтары буйынса төп еңеүсе һәм биш лауреат билдәләнәсәк. Уларҙың исемдәрен 8 апрелдә бәйгене ябыу тантанаһында әйтәсәктәр. Конкурста 24 йыл эсендә ике меңгә яҡын уҡытыусы ҡатнашҡан.