1 апрелдән барлыҡ федераль льготалылар айлыҡ аҡсалата түләүҙе 5 процентҡа артығыраҡ ала башлай. Ундайҙар Башҡортостанда — 364 мең самаһы.
Бер үк ваҡытта социаль хеҙмәттәр йыйымын биреүгә йүнәлтелгән аҡса күләме лә үҫә. 1 апрелдән ул 881,63 һум тәшкил итәсәк, шуның 679,05 һумы — бушлай таратылған дарыуҙарҙы алыуға, 105,05 һумы — шифахана-курортта дауаланыуға, 97,53 һумы дауалана торған ергә барыу һәм ҡайтыу өсөн юл хаҡын түләүгә бүленә.
Пенсия фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 мартҡа льготалыларҙың 71 проценты социаль ярҙамды аҡсалата компенсация рәүешендә алырға теләк белдергән. Ошондай хоҡуҡҡа эйә булғандар быйыл 1 октябргә тиклем хеҙмәттәр йыйылмаһынан йәки уның бер өлөшөнән баш тартыу тураһында ғариза яҙа ала.