Майҙа ял нисә көн?04.04.2014
Киләһе айҙа өҫтәмә ял көндәре буласаҡ. Байрам айҡанлы 1, 2, 3, 4 һәм 9, 10, 11 май — ял көндәре.

30 апрелдә (шаршамбы) һәм 8 майҙа (кесе йома) эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында. 1 майҙа — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 майҙа Еңеү көнө булғанға ял итәбеҙ. Көндәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында 4 ғинуарҙағы (шәмбе) ял көнө 2 майға (йома) күсерелгәйне. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, ял көндәре йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск иҫәбенә индерелмәй.


Вернуться назад